Һәҙиә
Һәҙиә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Һәҙиә |
Этимологияһы
үҙгәртергәҺәҙиә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе — бүләк, иҫтәлек йәткәр, ҡомартҡы (боронғо йола буйынса, атаһы үлгәс тыуған балаға Бүләк, Мирас, Йәҙгәр, һәҙиә тигән исемдәр ҡушылған)[1].
Һәҙиә исеме башҡорттарҙа, ғәрәптәрҙә, татарҙарҙа, чечендәрҙә таралған.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Башҡа илдәрҙә
үҙгәртергәХадия Тайик (норв. Hadia Tajik, Тажик тип уҡыла; 18 июль 1983 йыл) — Норвегия журналисы, юрист һәм сәйәсмән. 2012 йылдың 21 сентябренән Норвегияның мәҙәниәт министры. Ил тарихында иң йәш (29 йәш) министр һәм хөкүмәттә беренсе мосолман. 2015 йылда Норвегия эшселәр партияһы (НРП) башлығының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Юсеф Һәҙиә — Хадия Юсеф (курд. Hediya Yaksif) — 2016 йылдың мартынан Рожава Федераль Советы рәйестәше (Сүриә Курдстаны)) — курд дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Алда Джазир кантоны рәйестәше вазифаһын биләй. «Демократик союз» партияһы ағзаһы.
Адхам Хадия (1985 йыл) — израил футболсыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы.
һәҙиә Дәүләтшина бульвары — Өфө ҡалаһындағы бульвар.
Һәҙиә батшалығы — Эфиопияла урта быуат ҡеүәтле батшалыҡ, император йортона ҡарата вассал дәрәжәһендәге дәүләт.
Һәҙиә — Эфиопиялағы административ-территориаль берәмек: Көньяҡ милләттәр, халыҡтар Регионы составындағы зона.
Һәҙиә — Непалда торама пункт һәм административ-территориаль берәмек: Сагарматх зонаһы Удаяпур районының ауыл общинаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |