Һүҙ составыһүҙ тамырҙан йәки тамыр менән ялғауҙан (ялғауҙарҙан) торорға мөмкин.

һүҙҙең төп мәғәнәһен аңлатҡан һәм бүленмәй торған өлөшө тамыр була: ҡурай, өй, үлән.

Телдә айырым ҡулланмайынса, һүҙгә ҡушылып, яңы һүҙ яһаусы йәки уның формаһын үҙгәртеүсе өлөшө ялғау була. Мәҫәлән: балаларҙы – бала (тамыр) + лар (ялғау) + ҙы (ялғау); балыҡсы – сы (ялғау). Ялғауҙар үҙҙәре генә айырым мәғәнә аңлатмай.

Улар ике төрлө була: яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғау.

Яһаусы ялғау

үҙгәртергә

Һүҙгә ҡушылып, яңы һүҙ яһаусы йәки уға яңы мәғәнә биҙәге биреүсе ялғау яһаусы ялғау тип атала. Ул:

  1. һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, яңы мәғәнәле һүҙ яһай: урман – урмансы, урманлыҡ; бесән – бесәнсе;
  2. ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә айырым мәғәнә биҙәге өҫтәй. уларға түбәндәгеләр инә:
    • иркәләү, кесерәйтеү ялғауҙары: малҡай, балаҡай, ҡолонсаҡ;
    • сифаттарҙың, рәүештәрҙең дәрәжә ялғауҙары: матурыраҡ, иркенләберәк, алһыу.

Үҙгәртеүсе ялғау

үҙгәртергә

Һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, формаһын ғына үҙгәртеп, бер һүҙҙе икенсеһенә бәйләүсе ялғау үҙгәртеүсе ялғау тип атала. Төштә әсәйҙе күрҙем (- тә, - ҙе, - ҙем – үҙгәртеүсе ялғауҙар).

Үҙгәртеүсе ялғауҙарға түбәндәге ялғауҙар инә: исемдең килеш (әсәйҙең, әсәйгә), эйәлек заты (ағайым), күплек (ағайҙар), хәбәрлек (ағаймын) ялғауҙары; ҡылымдың йүнәлеш (йыуын), юҡлыҡ (барма), күләм (килгелә), һөйкәлеш (бармаҡсы, яҙһа), заман (эшләгән), зат (барам), һан (эшләнем, яҙығыҙ) ялғауҙары;

Алмаштарҙың килеш (уны, мине), һан (улар, ошолар) ялғауҙары инә.

Бер һүҙҙә бер нисә яһаусы ялғау, бер нисә үҙгәртеүсе ялғау, бер булырға мөмкин. Мәҫәлән: иген + се + лек + тең (-се, -лек – яһаусы ялғау, -тең – үҙгәртеүсе ялғау).