Һольштейнлы Мехтһильда

Һольштейнлы Мехтһильда (нем. Mechthild von Holstein; 1220 йылда йәки 1225 йылда тыуған — 1288 йыл, Киль) — Дания короле Абелдең ҡатыны, Һольштейндарҙың Шауэнбург нәҫеле вәкиле.

Һольштейнлы Мехтһильда
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Дания короллеге[d]
Титул королева-консорт[d]
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны County of Holstein[d]
Вафат булған көнө 1288
Вафат булған урыны Киль (ҡала)
Ерләнгән урыны Варнхемский монастырь[d]
Атаһы Адольф IV Гольштейнский[d]
Әсәһе Гейльвиг Липпская[d]
Бер туғандары Иоганн I Гольштейнский[d] һәм Герхард I Гольштейн-Итцехо[d]
Хәләл ефете Абель[d] һәм Биргер[d]
Балалары Вальдемар III[d][1], Эрик I (герцог Шлезвига)[d][1], Абель Абельсен[d][1] һәм София Датская[d][1]
Һөнәр төрө консорт
Биләгән вазифаһы Queen Consort of Denmark[d]
Әүҙемлек урыны Дания
 Һольштейнлы Мехтһильда Викимилектә

Мехтһильда Һольштейн һәм Шауэнбург графы Адольф IV ғаиләһендә тыуған. 1237 йылда ул, 1250 йылдан алып 1252 йылға тиклем король буласаҡ Дания принцы Абелгә кейәүгә сыҡҡан. Мехтһильданың был никахтан дүрт балаһы тыуған:

  • Вальдемар III Абельсен, Шлезвиг герцогы
  • Эрик I Абельсон, Шлезвиг герцогы
  • София Датская
  • Абель Абельсен

Дания короле Абель вафат булғандан һуң, 1252 йылда Мехтһильда Бьяльбёла Швеция регенты Биргер Ярлға (1261 йылда) икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. Был Биргер Ярлдың (1261) да икенсе никахы була. Биргер менән Мехтһильданың ҡыҙы, Кристина Биргерсдоттер, тыуа.

Дания нотариаль документтарының береһендә (Dipl. Dan. II, 1, Nr. 316.) Һольштейнлы Мехтһильда һәм уның ике улы — Эрик һәм Абель Абельсендар үҙҙәренең биләмәләрен һольштейн-киль графы Иоһанн Беренсегә һәм һольштейн-итцехо графы Герһард Беренсегә закладҡа һалыуҙары күренә. Былар Штапельһольм, Фрезлет, Швансен һәм Ярнвит вотчиналары була. Заклад ҡағыҙында шулай уҡ Мехтһильдаға бирнә сифатында бирелгән Рендсбург ҡәлғәһе лә телгә алына.

Мехтһильда Варнхемда, швед Вестергётланды монастырь сиркәүендә ерләнгән.

  • Kr. Erslev: Mechthilde .: Dansk biografisk leksikon, 11 Band, 205—206 S., 1897 Kopenhagen (Digitalisat)
  • Von Stade Albert: Annales Stadenses 1237—1241, MGH XVI SS, 363—367 S.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Lundy D. R. Matilda von Schauenberg // The Peerage (ингл.)