Һиндостан фәнни институты
Һиндостан фәнни институты(англ. Indian Institute of Science (IISc)) — Һиндостандың элиталы юғары фәнни - тикшеренеү һәм Бангалорала урынлашҡан уҡыу йорто, уны күбеһенсә, ғилми дәрәжәһенә эйә булаған ғалимдар биләгән .
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәҺиндостан фәнни институтын 2 мең ғалим биләй, үҙҙәренең докторлыҡ эштәренә 48 хәҙерге замандағы төрлө фән йүнәлештәрендә материал йыйыу менән булышалар, шулай уҡ аэрокосмос технологиялары һәм молекуляр биофизика тематикаһынан алып хәҙерге менеджментҡа тиклем докторлыҡ диссертацияһын яҡлау менән булышылар. IISc Һиндостандың башҡа академия учреждениялары араһында ғилми публикациялар һаны буйынса лидер булып йөрөй, SJTU (ҠХР) институты рейтингына ярашлы 2004 йылда Һиндостандың иң яҡшы университеты исемен ала.
Һиндостан фәнни институты 1909 йылда, әле Британия Һиндостанында барлыҡҡа килгән, күренекле сәнәғәт эшмәкәре һәм меценат Джамшеджи Тата башланғысы буйынса һәм инглиз нобель лауреаты профессор Уильям Рамзайҙың туп-тура ҡатнашыуы менән. Беренсе һинди директоры нобель лауреаты сэр Ч. В. Раман булды. Институтты нигеҙләуенә Дж.Н. Тата, ул бик харизмалы һәм киң күңелле кеше була, һәм Уильям Рамзайҙан башҡа, Һиндостандың башҡа күренекле шәхестәре лә ҡул һала. Мәҫәлән, Свами Вивекананда, уның менән Дж.Н. Тата Америка Ҡушылған Штаттарында сәйәхәт иткәнендә дуҫлаша, Махараджа Майсура, Шри Кришнараджа Вадияр IV һәм, ул ваҡытта уның вәкиле булаған әсәһе, шулай уҡ Һиндостандың вице- батшаһы Курзон Лорд .Һуңғыһының ,1898 йылдың 31декабрендә илгә килеүенән һүң тәүге мәсьәләһе булып, институтты барлыҡҡа килтереү өсөн ваҡытлыса комитет менән әҙерләнгән проекттарҙы тикшереү һәм ҡабул итеү була. Был проект бик күп һәм ҡатмарлы йылдар ваҡытында Дж.Н. Татаның яҡын иптәше Бурджоджи Падшахтың бер өҙлөкһөҙ иғтибары аҫтында була. Уҡенескә күрә, 1904 йылда Дж.Н. Тата вафат булып кала, һәм уның идеяһы бер нисә йыл үткәс тормошҡа ашҡанын белмәй.
Ойошма
үҙгәртергәҺиндостан фәнни институтының департаменты һәм бүлектәре 2 өлөшкә бүленә — фәнни һәм инженерлыға. Фәнни төркөмгә алдағылар инә:
- биология фәндәре
- химия фәндәре
- математика һәм физик фәндәре
- Ер тураһында һәм тәбиғи фәндәр.
Инженер төркөмөнә бер нисә бүлек инә:
- электр өлкәһендә тикшеренеүҙәр.
- механика өлкәһендә тикшеренеүҙәр.
Бынан башҡа, институт составына Электрон технологиялар һәм дизайн үҙәге, Мәғарифты үҫтереү буйынса үҙәк, Яңы проекттарҙы бағыу буйынса үҙәк, Сәнәғәт һәм фәнни үҙәктәр консультациялары, Дж. Тата исемендәге мемориаль китапханаһы, Милли фәнни мәғлүмәттәр, Суперкомпьютерлы кимәл һәм белем үҫтереү үҙәге, Биоинформация үҙәге, Дигиталь мәғлүмәттәрҙе хеҙмәтләндереү үҙәге, Үҙәк архив.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һиндостан фәнни институтының официаль сайты 2020 йыл 6 ноябрь архивланған.