Һаңғырау йорто

Мадрид ситендәге ҡалҡыулыҡта Карабанчель боронғо муниципалитетында урынлашҡан ҙур поместье һәм ҡала ситендәге йорт атамаһы

.

Һаңғырау йорто
Рәсем
Дәүләт  Испания
Административ-территориаль берәмек Мадрид
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Һаңғырау йорто Викимилектә

Мадрид тарих музейында 1828—1830 йылдарҙағы Һаңғырау йорто макеты[1]
Үҙенең улын йотоусы Сатурн 1874 йыл, Һаңғырау йорто[2]. Жан Лоран фотоһүрәттәре. Был картинаның сиктәре ҡағыҙ менән тирәсләнгән була.

Һаңғырау йорто (исп. Quinta del Sordo) йәки Гойя Йорто (исп. Quinta de Goya) — Мадрид ситендәге ҡалҡыулыҡта Карабанчель боронғо муниципалитетында урынлашҡан ҙур поместье һәм ҡала ситендәге йорт атамаһы. Билдәле булыуынса, Ул дәрүишлек йылдарынан, 14 фресканан торған Ҡараңғы картиналарынан Франсиско Гойя йорто булараҡ билдәле. Киң таралған фекер буйынса, үҙ исемен Гойя менән бер уртаҡлығы ла булмаған, элекке хужаның һаңғыраулығы менән бәйле алған. 1909 йылда йорт һүтелгән.

Гойяның милке

үҙгәртергә
 
Һаңғырау йортоноң урынын күрһәткән яҡынса 1900 йылда Мадрид планының бер өлөшө

Франсиско Гойя 1819 йылдың 27 февралендә[3] йортто һаңғырау хужанан һатып алған. Гойя 1824 йылда, ейәне Марианоға ҡалдырып Бордоға күсеп киткәнгә тиклем, был йортта йәшәгән. Мадридҡа ҡайтып киткән ҡыҫҡа осорҙарында Гойя был йортта йәшгән Гойя[4]. Гойяны был күсемһеҙ милекте һатып алыуға килтергән бер нисә сәбәп тәҡдим ителә: Гойяның либерализмын иҫәпкә алғанда, уның өсөн Фердинанд VII һарайынан алыҫлашыу маҡсаты мөһим булған. 1823 йылда, Рафаэль Риего-и-Нуньес ҡолатылғандан һәм язаланғандан һуң, Гойя илдән Бордо ҡалаһына күсеп китеү кәрәклеген тойған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «La Quinta de Goya», magazine Descubrir el Arte, nº 201, November 2015, pp. 18-24. ISSN 1578-9047
  2. Carlos Teixidor, «Fotografías de Laurent en la Quinta de Goya», Descubrir el Arte, nº 154, December de 2011, pp. 48-54.
  3. SÁNCHEZ y DURÁN. Op. cit. p. 207.
  4. BOZAL. Op. cit.

Һылтанмалар

үҙгәртергә