Һаҙйылға (Туҡ бассейны)

Һаҙйылға (Сазъелга ,Саз-Елга, Су-Елга)— Ырымбур өлкәһе Пономарёвский менән Красногвардейский районы сигендәге йылға. Торған йылғаһы ҡушылдығы. Торғон (Торғанныҡ) йылғаһының уң яғынан барып, Үтәй ауылы янында уға ҡоя (Торған йылғаһы ағышының 30 км). Йылға оҙонлоғо — 15 км.

Һаҙйылға
Ҡайҙа ҡоя Торғон (Туҡ ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 104 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 15 km
Карта

Башы Ибрай ауылынан төньяҡ- көнсығыштараҡ, Үтәй ауылынан төньяҡта бейеклеге 277 м булған тау итәгендә. Торғанныҡ (Торған) йылғаһына барып ҡушылғансы бер нисә тапҡыр юҡҡа сыға ла, бер аҙҙан тағы ер өҫтөндө күренеп, бер аҙ аға. Шуға күрә карталарҙа ул өҙөк-өҙөк булып күрһәтелгән. «Һаҙйылға» атамаһы ғәҙәттә һаҙҙан башланған, йәки юлдында һаҙмат урныдар аша үткән йылғаларға бирелә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса йылға Түбәнге Волга бассейны округына, Сорочинск гидроузелынан Елшән һыу үлсәү посына тиклем Һамар һыу хужалығы участкаһына ҡарай. Бәләкәй һыу бассейны— юҡ. Йылға бассейны йылғаһы — Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспийға тиклем Волга йылғаһы.[2].

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса йылға Түбәнге Волга бассейны округына, Сорочинск гидроузелынан Елшән һыу үлсәү посына тиклем Һамар һыу хужалығы участкаһына ҡарай. Бәләкәй һыу бассейны— юҡ. Йылға бассейныйылғаһы — Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспийға тиклем Волга йылғаһы.[2]. [2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100006938
  • Гидрологик өйрәнеү коды (ГӨ) — 112100693
  • Бассейн коды— 11.01.00.010
  • ГӨ буйынса том һаны— 12
  • ГӨ буйынса сығарылышы— 1

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 Государственный водный реестр РФ: Саз-Елга. Дата обращения: 7 август 2011. Архивировано 21 август 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә