Һаҙаҡ
Һаҙаҡ, ҡалъян, ҡорман (рус. колча́н (тул)) — уҡ, йәйә, уҡ башағы кеүек ҡоралдар һалып йөрөтә торған һауыт. Уҡсылар телендә шулай уҡ уның башҡа мәғәнәләре лә бар:
- ҡауырый беркетеп осона үткер башаҡ ҡуйылған һыҙма уҡ
- тимерҙән, мөгөҙҙән, һөйәктән һ.б. яһалған уҡ башағының башына ҡуйыла торған ырғаҡлы осло нәмә [1]
Һаҙаҡ | |
Спорт төрө | Йәйәнән атыу |
---|---|
Һаҙаҡ Викимилектә |
Тул
үҙгәртергәТул түңәрәк әйләнәле төп менән яһалған. Урыҫ телендәге "тул" тигән вариантынан "втулка" һүҙе яһалған[2][3].
Тул атлы уҡсылар өсөн яйһыҙ булған, шуға күрә төркиҙәрҙән һаҙаҡ (ҡалъян) эшләү ысулы үҙләштерелгән. рус. Колчан һүҙе "ҡалъян" тигәндән алынған да инде [4].
Тохтуй
үҙгәртергәБорон ҡалъян һыбайлы уҡсы монаяттарының мөһим өлөшө булған, уны урыҫса сайдак тип атағандар. Төрки һүҙҙән икәнлеге күренеп тора. Шулай уҡ оҙайлы сәфәрҙә йәки яуым-төшөмлө ваҡытта уны йыйып ҡуйыу өсөн һаҙаҡ тоғо (рус. тохтуй) ҡулланылған [5]. Был монаяттар йыш ҡына кешенең матди хәлен дә күрһәткән, байҙар уларҙы аҫылташтар, сигеүҙәр менән биҙәгән[6].
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 562-се бит.
- ↑ Будилович А. С. Военное дело // Первобытные славяне в их языке, быте и понятиях по данным лексикальным. — Киев, 1882. — С. 12.
- ↑ Сороколетов Ф. П. История военной лексики в русском языке (XI—XVII вв.) / Отв. ред. Ф. П. Филин. — М., 2009. — С. 10, 223. — ISBN 9785397006798.
- ↑ Колчан
- ↑ Тохтуй // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Колчан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Митько О. А. К вопросу о таштыкских кожаных колчанах // Военное дело номадов Центральной Азии в сяньбийскую эпоху. Новосибирск: НГУ, 2005. 232 с. С. 70—79. — ISBN 5-94356-254-0