Һағыш (хикәйә)
Һағыш — А. П. Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, беренсе тапҡыр «Петербург» гәзитендә 1886 йылдың 16 ғинуарында баҫылып сыҡҡан.
Һағыш | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Баҫмалар
үҙгәртергәХикәйә беренсе тапҡыр Петербург гәзитенең 26-сы һанында 1886 йылдың 16 ғинуарында «А. Чехонте» ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыҡҡан. Әҙ генә үҙгәртеүҙәр менән Пестрые рассказы йыйынтығында баҫылған. 1895 йылда Проблески антологияһында баҫтырыла. Бик әҙ генә үҙгәрештәр индереп, Чехов хикәйәне нәшерсе Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа сығарған әҫәрҙәр йыйынтығының өсөнсө томына индергән.
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, венгр, немец, серб-хорват, словак, фин, француз һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Сюжет
үҙгәртергәЙөк ташыусы Ионаның улы үлеп китә. Атай кеше үҙ ҡайғыһының бик ауыр булыуын һәм улының үлеме уны аяҡтан йыға яҙыуы тураһында төрлө кешеләргә һөйләй. Ҡайғыһына түҙә алмайса, ул хатта үҙ аты менән дә һөйләшә.
Тәнҡит
үҙгәртергәХикәйә Петербургские Ведомости гәзитендә (№ 167, 1886) тәнҡитсе И. Н. Ладожский[1], Леонид Оболенский тарафынан Русское богатство гәзитендә ыңғай хуплана. Улар Чеховтың ябай әйберҙәр артындағы йәшерен драманы оҫта күрһәтеү һәләтенә эйә булыуы өсөн яҙыусыны маҡтайҙар. Һағыш хикәйәһе бының идеаль миҫалы булып тора[2]. Константин Арсеньев үҙенең «Писатели нашего времени» эссеһендә («Вестник Европы» , № 12, 1887) «Һағыш» хикәйәһен ул ваҡыттың иң яҡшы хикәйәләре иҫәбенә индерә. Лев Толстой хикәйәне Чеховтың иң шәп әҫәрҙәренең береһе тип һанай.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Русское богатство», 1886, № 12, стр. 178.
- Чехов А. П. Тоска // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ Комментарии.. Рассказы и юморески 1885—1886 гг. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах. Сочинения том четвертый. 1885—1886 М., «Наука», 1984
- ↑ «Русское богатство», 1886, N 12, стр. 178