Һан (һүҙ төркөмө)
Һан (рус. числительное) — предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ. Нисә, күпме, нисәү, нисәшәр, күпмешәр һорауҙарына яуап бирә. Ун йыл (нисә йыл?), йөҙләп өй (күпме өй?),биш бала (нисә бала?), 5-се автобус (нисәнсе автобус?).
Ябай һәм ҡушма һандар
үҙгәртергәҺандар ике төркөмгә бүленә. Бер генә һүҙҙән торған һан ябай һан тип атала. Ябай һандарға унға тиклем һан һәм түңәрәк һандар инә.
Бер нисә һүҙҙән торған һандар ҡушма һан тип атала. Ҡушма һандар һүҙҙәрҙе бәйләү, парлау юлдары менән яһала. Ҡушма һандарҙың һәр һүҙе айырым яҙыла.
Һан төркөмсәләре
үҙгәртергәТөп һандар, рәт һандары, бүлем һандары, сама һандары, йыйыу һандары, үлсәү һандары, кәсер һандары була.
Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф.Башҡорт теле. Өфө. "Китап" 2000 й. ISBN 5-295-02619-1
- Ғ.В. Псәнчин. Әсә теле дәреслеге. 6 класс