Һалдат күле (Өфө)
Һалдат күле — Өфө ҡалаһындағы күл. Ҡаланың Совет районының И. Яҡутов исемендәге паркында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 160 метр[1].
Һалдат күле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Өфө һәм Башҡортостан Республикаhы |
Һалдат күле Викимилектә |
Һалдат күле карст килеп сығышлы[2] һәм ер аҫты һыу сығанаҡтары менән туҡлана[3]. Аҡсағыл балсығынан торған боронғо карст соҡороноң ситке өлөшөндә урынлашҡан[4]. Күл кимәле йыш ҡына кәмегәнлектән, уның аҫтында тағы ла бер, ер аҫты күле бар тигән фекер йәшәй. Һыу өҫтө диаметры 250 м тәшкил итә.
Исеменең килеп сығышы
үҙгәртергәКүл атамаһының килеп сығышының бер нисә фаразы бар. Фараздарҙың береһе — әкиәткә оҡшаған легенда буйынса, бер мәл күл эргәһенән тишек итекле һалдат үтеп барған. Күл янында кемдеңдер өр-яңы итектәре ятҡанын күреп ҡала һәм уны кейеп ала. Ә итектәр уны күлгә алып китәләр[3]. Икенсе фараз буйынса, Өфө госпиталдәрендә дауаланыусы Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары күл буйында ял иткәндәр, шуға күрә күл шулай аталған (шулай уҡ кеше ышанмаҫлыҡ легенда ла бар, йәнәһе күлгә һалдаттарҙың ҡырҡылған аяҡтарын ташлағандар). Әммә иң дөрөҫ тип һаналған фараз буйынса, ҡасандыр күл эргәһендә Һалдат баҡсаһы булған (ул урында хәҙер Яҡутов паркының көньяҡ өлөшө урынлашҡан). Йәшелсәгә һыу ҡойоу өсөн күл һыуы ҡулланылған. Ошонан сығып күлгә Һалдат күле тигән исем ҡушылған.
Тарихы
үҙгәртергәКүл XIX быуат уртаһы карталарында уҡ билдәләнгән булған[3].
1904 йылда Һалдат күле эргәһендә парк төҙөлә. Оҙаҡламай ул күлде уратып ала. 1930-сы йылдарҙа күл таҙартыла һәм матурлана, унда тәүге тапҡыр кәмәләрҙә йөҙөү ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тепловоздарҙы ремонтлау заводы клубында (хәҙер ул тимер юлсыларҙың мәҙәниәт йорто) госпиталь урынлаша[3].
Совет осоронда күлгә «Комсомол» исеме бирелә, ләкин был исем күлгә йәбешмәй һәм бөтөнләй телгә алынмай[3]. Күлдең төньяҡ өлөшөндә 1990-сы йылдарға тиклем торба урынлашҡан була, уның аша күлгә һыу бирелә. Һыу биреү туҡтатылғандан һуң, күлдә һыу кимәле байтаҡҡа кәмей, ул һайыға, ҡыуаҡтар һәм үлән баҫа.
Күл бөгөн
үҙгәртергәКүлдә балыҡтар бар, унда өйрәктәр, аҡсарлаҡтар, йәшәй[5]. Күл бысраҡтан һәм сүп-сарҙан таҙартылһа ла, йәй көндәрендә унда һыу инеү һаман тыйыла, әммә ҡыш көнө күлдә «морждарҙың» һыу инеүе ойошторола[6]. Күлдә кәмәләрҙе һәм катамарандарҙы ҡуртымға биреү яйға һалынған, 20 метрға тиклем бейеклеккә урғылыусы фонтандар төҙөкләндерелгән, балалар аттракционы эшләй[7]. Яр буйында йәйге кафе эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карта бите N-40-040-D-d.
- ↑ Карст Башкортостана : [Монография] / Р. Ф. Абдрахманов, В. И. Мартин, В. Г. Попов и др. ; Рос. акад. наук. Уф. науч. центр, Ин-т геологии. — Уфа, 2002. — 382 с.: ил., табл.; 22 см, стр. 142, 210
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — С. 201. — 272 с. — 3000 экз.
- ↑ Р. Ф. Абдрахманов, О. В. Бурячок, С. А. Бахтияров. Формирование подземных вод города Уфы. Геологический сборник № 9. Юбилейный выпуск / ИГ УНЦ РАН. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2011. — 320 с., стр. 262
- ↑ Дикие утки нашли приют на озере в парке имени И.Якутова 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ «Моржей» ждет Солдатское озеро
- ↑ В парке Якутова новый аттракцион — водные шары
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — С. 201. — 272 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В Уфе очистили озеро Солдатское (неопр.) (недоступная ссылка). Архивировано 5 марта 2016 года.