Үҙәк ҡала китапханаһы (Салауат)
Салауат ҡалаһының үҙәк китапханаһы — Салауат ҡалаһының иң ҙур китапханаһы.
Үҙәк ҡала китапханаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Тарихы
үҙгәртергәСалауат ҡалаһында китапхана 1951 йылда ойошторола[1]. Китапхана Төҙөүселәр урамында баракта урынлаша. Китапхананың беренсе директоры Маргарита Ивановна Чистякова була. Иҫке биналағы китапхананың китап фонды 2600 дана иҫәпләнгән.
1958 йылда Ленин майҙанында яңы бинаға күскәндән һуң, китапхана ҡаланың үҙәк китапханаһына әйләнә. Китапханала ҙур уҡыу залы, абонемент, каталогтар залы, методик кабинеттар бар.
1972 йылда ҡаланың 9 китапханаһы Үҙәк китапхана базаһында берҙәм китаптар фонды булған берҙәм коллектив булып берләштерелә. Үҙәк китапхана системаһы директоры — Л. Чаплыгина[2].
1981 йылдан ҡаланың үҙәк китапхана директоры Гончаренко Татьяна Дмитриевна була[3].
Әлеге ваҡытта китапхана Салауат ҡалаһының төп китапханаһы һәм алдынғы методик үҙәге булып тора. Китапхана интернет селтәренә тоташтырылған 12 компьютер, күсереү техникаһы менән йыһазландырылған.
Китапхананың эш мәғлүмәт секторы базаһында ФАПСИ автоматлаштырылған мәғлүмәт базаһы менән хоҡуҡи мәғлүмәт Үҙәге асыла. Китапхана базаһында хөкүмәт элемтәһе Федераль агентлығының «Хоҡуҡи акттар банкы», «Рәсми матбуғат баҫмалары» менән хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге асыла, ул рәсми характерҙағы закондар сығарыу документтарын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Башҡортостандың закондар сығарыу базаһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар.
1998 йылдан китапхана түләүле хеҙмәттәр күрһәтә.
Китапхананың 9 филиалы бар. Улар араһында филиал № 4[4] тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте буйынса махсуслашҡан, филиал № 2 балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса махсуслашҡан[5], филиал № 5 сәнғәт китаптары буйынса махсуслашҡан (мөдире Валентина Ивановна Кочнева), филиал № 9 («Халыҡтар йондоҙлоғо» китапханаһы Салауат Юлаев урамы, 34) — фәнни-популяр, методик һәм репертуар әҙәбиәт фонды, халыҡ ижады буйынса аудио-видео-фототека.
Фонд
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта китапхананың китап фондын 110 мең китап тәшкил итә, ваҡытлы баҫмаларҙың күп төрө: 200 төр гәзит һәм журнал, шул иҫәптән урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә 35 урындағы һәм республика баҫмалары («Ватандаш» журналы, «Выбор», «Уңыш» ҡала гәзиттәре һәм башҡалар)[6].
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәҮҙәк китапхананың абонементында бюджеттан тыш аҡсаға һатып алынған дәреслектәрҙе закладҡа һалып өйгә алырға мөмкин (3 китапҡа тиклем 3 көндән артыҡ түгел срокка). 3 көндән артыҡ срокка — прейскурант буйынса. Килгән аҡса өҫтәмә әҙәбиәт һатып алыуға тотонола.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Государственная центральная библиотека города Салавата(недоступная ссылка)
- Библиотека а Яндекс карте