Үтәшев Марат Мөхәр улы

Үтәшев Марат Мөхәр улы (1 ноябрь 1938 йыл) — ғалим-юрист, политолог, партия органдары хеҙмәткәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (1983), сәйәсәт фәндәр докторы (1996), профессор (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).

Үтәшев Марат Мөхәр улы
Зат ир-ат
Тыуған урыны Ейәнсура районы
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Мөхәр улы Үтәшев 1938 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған.

1966 йылда Свердловск юридик институтын тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген БАССР Прокуратураһында дауам итә.

1968—1986 йылдарҙа партия эшендә: КПСС-тың Өфө ҡала комитеты инструкторы, Киров район комитеты һәм Өфө ҡала комитетында бүлек мөдире. Тырыш хеҙмәте өсөн 1976 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана.

Кеше хоҡуҡтары һәм сәйәси-хоҡуҡи фәндәр кафедраһы 2000 йылда асыла. Рәсәй йәмғиәтендә дәүләт хоҡуҡтарының тулыһынса реформалашыуы, рәсәйлеләрҙең хоҡуҡи һәм сәйәси аңдарының тамырҙан үҙгәреүе шарттарында квалификациялы хоҡуҡ һаҡлау белгестәре әҙерләү мохтажлығы тыуа.

Кафедраның ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге халыҡ-ара танылыу алған: 2003 йылдың авгусынан башлап Швейцария менән Германияның ғилми һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән берлектә кафедра хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә «йәйге мәктәптәр», коллоквиумдар, семинарҙар ойоштора. Кафедра уҡытыусылары даими рәүештә Германияла стажировка үтә.

Хоҡуҡ институты студенттарының тормошонда йыл һайын уҙғарыла торған декабрь конференциялары айырым урын алып тора. Был сара Кеше хоҡуҡтары дөйөм декларацияһының ҡабул ителеүенә арнала. Кафедра хеҙмәткәрҙәре студенттар менән аспиранттарҙың ғилми эштәре буйынса бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының юғары уҡыу йорттарындағы этаптарын үткәрә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Үтәшев Марат Мөхәр улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.