Үткәл (йылға)
Үткәл (рус. Уткаль) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Белорет районы биләмәләрендә аға. Рәз йылғаһының уң ҡушылдығы.
Географияһы
үҙгәртергәҮткәл йылғаһы Уралтау һыртының көнбайыш битләүендә Магнитогорск леспромхозының 8-се участкаһынан төньяҡ-көнсығышта башлана. Төньяҡҡа табан аға, Ермак шишмәһе менән ҡушылып төньяҡ-көнбайышҡа борола. Йылға ярҙары буйлап ҡайын, ҡарағай, пихта, шыршы, уҫаҡ үҫә. Йылға тамағы урынлашҡан тораҡ пункттары Уткәл ауылынан түбәндәрәк, Рәз йылғаһының уң ярына тамағынан 11 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км[1].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә— Уң
— Ермак — Уралтау һыртының көнбайыш битләүендә башлана, көнбайышҡа табан аға һәм Үткәлгә ҡоя. Инешенең географик координаталары 53°44′19″ с. ш. 58°22′04″ з. д.HGЯO; тамағының координаталары 53°44′13″ с. ш. 58°19′58″ з. д.HGЯO.
— Ишембәт — Уралтау һыртының көнбайыш битләүендә башлана, көньяҡҡа табан аға һәм Үткәлгә ҡушыла. Ташҡын осоронда тулыланған ҡоро үҙәндән башлана. Атамаһы Ишембәт шәхси исеменән алынған[2]. Инешенең географик координаталары 53°46′52″ с. ш. 58°19′58″ з. д.HGЯO; тамағының координаталары 53°44′31″ с. ш. 58°19′14″ з. д.HGЯO.
— Арҡырығыр — Әрүәк-Рәз тауының көнбайыш битләүендә башлана, көньяҡ-көнбайышҡа ағып Үткәлгә ҡушыла. Инешенең географик координаталары 53°46′49″ с. ш. 58°18′39″ з. д.HGЯO; тамағының координаталары 53°46′24″ с. ш. 58°16′03″ з. д.HGЯO.
— Һул
— Алҡырғыр — Уралтау һыртының көнбайыш битләүендә башлана, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары аша төньяҡҡа табан аға, Үткәлгә ҡоя. Инешенең географик координаталары 53°44′19″ с. ш. 58°17′14″ з. д.HGЯO; тамағының координаталары 53°45′36″ с. ш. 58°17′10″ з. д.HGЯO.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (эске йылға бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[1].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса: — Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212211100016973
— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101697
— Бассейн коды — 10.01.02.002
— ГӨ буйынса томы — 11
— ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Государственный водный реестр РФ: Уткаль .
- ↑ Русско-башкирский словарь водных объектов республики Башкортостан/ Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З., Сиразитдинов З. А., Юлдашбаев Ю. Х. — Уфа: Китап, 2005. — 256 с. ISBN 5-295-03665-05
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).