Үрге Әләзән (рус. Верхняя Елюзань) — Пенза өлкәһе Городище районына кереүсе ҙур татар ауылы. Городищеҙан 34 км өҫтәрәк ҡушыла. Бында ауылды Аймбура тип йөрөтәләр.

Үрге Әләзән
татар. Югары Әләзән
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Верхнеелюзанский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Верхнеелюзанский сельсовет[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 2824 кеше (2021)[2]
Почта индексы 442328
Карта

Ауылда 2004 йылда 819 йортта 3248 кеше йәшәгән.

Үрге Әләзән 1648 йылда "сирек" татарҙары нигеҙләгән. Ауыл һүҙе мордванан алязань калмо – «түбәнге үҙән ҡәберлеге»н аңлата.

Әләзән гидронимы, Кададаның һул ҡушылдығы, мордва телендәге "алязань калмо" "түбәнге үҙен ҡәберлеге" һүҙенән килеп сыҡҡан. Һуңынан "калмо" һүҙе юғала. Алязань мордва термины "ало" түбән һәм "Уза" (йылға атамаһы) һәм "нь" сифатының мордва тамамланышына барып тоташа: Түбән Әләзән. Гидроним эсендә тартынҡыларҙың йомшарыуы татар теленең сингармонизмы менән бәйле. Әммә Әләзән Узаға ҡоймай, әммә уның үрге өлөшө Әләзән-Кадада-һыуҙары айырғысында урынлашҡан.[3]

Уҡыу-уҡытыу

үҙгәртергә

Ауылда мәктәп, амбулатория, китапхана һәм тарихи мәсет бар (19 быуатта ҡоролған).

Мәктәптә 2010/11 уҡыу йыл 378, 2012/13 уҡыу йыл - 354 бала уҡыны. Уҡытыу рус телендә алып барыла, татар теле дәрес булараҡ ҡына инә. Тәүге синыфтарҙа уҡыу-уҡытыу бик ауыр бара, сөнки балалар мәктәпкә бер һүҙ русса белмәйенсә килә.[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә