Үрге Себенле (рус. Верхние Чебеньки) —Рәсәй Федерацияһы һаҡмар районынадығы ауыл. Административ үҙәге — Үрге Себенле ауыл Советы. Советтар Союзы Геройы Фәйзулин Хәниф Шәкир улының [⇨]тыуған ауылы.

Үрге Себенле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Верхнечебеньковский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Верхнечебеньковский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 870 кеше (2010)[2]
Почта индексы 461446
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл өлкәнең үҙәк өлөшөндә, дала зонаһында[3], Һаҡмар йылғаһының һул ярында Һаҡмар ауылынан туранан көнсығышҡа табан яҡынса 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Климаты

Климаты уртаса континенталь тип баһалана: ҡыш оҙон, һыуыҡ һәм йәй сағыштырмаса ҡыҫҡа, эҫе һәм ҡоро. Һауа температураһының абсолют максимумы +43 °C; абсолют минимумы −45 °C тәшкил итә. Атмосфера яуым-төшөмөнөң уртаса күләме 336 миллиметр. Тотороҡло ҡар япмаһы ноябрь аҙағында түшәлә һәм 120—140 көн дауамында ята[4].

Ауылға 1754 йылда Ҡазан губернаһының татар ауылдарынан килгән күскенселәр нигеҙ һала. Борон башҡорттар йәшәгән был төбәктә 3 Себенле йылғаһы бар. Уларҙы Оло, Урта һәм Кесе тип атайҙар, мәгәр халыҡ телендә Себенле генә тип атай ҙа ҡуялар[5].[6].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ойконим төрки сығышлы, себен һүҙенән алынған, был төбәктә себендең бик күп булыуы менән бәйле, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында. Өс Себенле йылғаһы ла (йәнә Оло Себенленең Бөҙрә Себенле тигән ҡушылдығы ла бар әле) тарихи башҡорт ерҙәре буйлап аға, тип яҙа ул[7].

Халыҡ иҫәбе
2010[8]
870
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһын татарҙар тәшкил иткән — 91 %, дөйөм һаны 869 кеше[9]

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Ауылда почта бәйләнеше бүлексәһе, ауыл хакимиәте бар.

Транспорт

үҙгәртергә

Ауыл аша «Һаҡмар — Үрге Себенле» автомобиль юлы үтә. Яҡынса 7 км алыҫлыҡта Себенле аэродромы урынлашҡан.

Шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ханиф Шакирович Файзулин (1921—1943) — Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының өлкән лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы геройы (1944).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Приказ Министерства природных ресурсов Российской Федерации от 28 марта 2007 г. № 68 «Об утверждении Перечня лесорастительных зон и лесных районов Российской Федерации»
  4. Схема территориального планирования муниципального образования Сакмарский район Оренбургской области. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП). 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
  5. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  6. Сёла Верхние и Нижние Чебеньки Сакмарского района Оренбургской области (2014).
  7. Выше Оренбурга с правой стороны в Сакмару впадает несколько речек под одним названием — Чебе́нька. В официальных документах и на географических картах эти речки различаются своими названиями: Большая Чебе́нька, Средняя Чебе́нька и Малая Чебе́нька. Большая Чебенька начинается в Тюльганском районе, течёт по Сакмарскому району и вливается в Сакмару несколько выше впадения реки Салмыш. Небольшим притоком Большой Чебеньки является Кудрявая Чебенька. Истоки Средней Чебеньки находятся тоже в Тюльганском районе, течёт она в основном по Саракташскому району и впадает в Сакмару уже в Сакмарском. Речка Малая Чебенька протекает преимущественно по Саракташскому району и тоже впадает в Сакмару ниже села Булгаково. Отметим, что на местах, то есть в сёлах по всем трём речкам Чебе́нькам, среди местных жителей в устной речи, как правило, употребляются не составные названия, а однословное Чебе́нька для всех. Наименование Чебенька тюркское по происхождению. На той территории, где протекают три Чебеньки, в прошлом обитали башкиры — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  9. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России»