Ҡәҙерәле — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡәҙерәле
Характеристики
Оҙонлоғо23 км
Киңлеге4 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеҠәҙерәле тауы 
Абсолют бейеклеге602 м
Урынлашыуы
53°27′11″ с. ш. 56°36′18″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Ҡәҙерәле
Ишембай районы
Красная точка
Ҡәҙерәле

Ҡәҙерәле тау һырты Башҡорт Уралына (көньяҡ) ҡарай.

Һырт Ишембай районы Әселе йылғаһынан (Еҙем йылғаһы бассейны) Егәҙе йылғаһы тамағынаса (Өрөк йылғаһы бассейны) меридиан буйлап һуҙылған.

Һырттың оҙонлоғо 23 км, киңлеге 4-тән 8 км-ғаса, иң бейек түбәһе Ҡәҙерәле тауы - 602 метр.

Ҡатау свитаһының эзбизташ, бурташ тоҡомдарынан тора. Бериш (Егән йылғаһы бассейны), Ергәҙе һәм Ямаш (Өрөк йылғаһы бассейны) йылғалары баш ала.

Ландшафты һоро тау урман тупрағында һәм көлһыу тупраҡтарҙа киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған.


Әҙәбиәт үҙгәртергә

Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, 279 б.

Һылтанмалар үҙгәртергә

карта

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә