Ҡәлғә ҡаласығы (Аҙау)
'Ҡәлғә ҡаласығы, шулай уҡ Паниардис[2] — археологик объект, Ростов өлкәһе Аҙау ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан.
Ҡәлғә ҡаласығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Аҙау |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602511? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | в границах улиц: Октябрьская, Московская, переулок Шмидта, Петровская площадь |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1800 |
Беҙҙең эраның I—III быуатында Дон дельтаһында урынлашҡан меот ултырағына ҡарай[3].
Тарихы
үҙгәртергәҠәлғә ҡаласығының барлыҡҡа килеүе беҙҙең эраға тиклем I быуат — беҙҙең эраның I быуаты менән даталана. Уға Кубань янынан килгән меоттар нигеҙ һала[4]. Дон дельтаһында ҡаласыҡтарҙы булдырыу Аспург батшаның сәйәсәте менән дә бәйле, ул шулай итеп Боспор батшалығы сиктәрен нығытыуға һәм оборонаны яҡшыртыуға ынтылған. Тикшеренеүҙәр үткәреү һөҙөмтәһендә ғалимдар Паниардис халҡының төп рационы булып игенселек продукттары тороуы тураһында һығымта яһағандар[3], кәсептәре араһында туҡыу һәм иләү киң таралған[4]. Ҡаласыҡ беҙҙең эраның II быуат уртаһына тиклем булған. XVIII—XIX быуатта тәүге тикшеренеүҙәр үтә, уларҙың маҡсаты — Танаис территорияһын табыу[4].
1800 йылда үҙ яҙмаларында табылдыҡтарын һәм тикшеренеүҙәрен һүрәтләп сәйәхәтсе Эдвард Кларк Аҙауға килә. Ул Аҙау биләмәһендә гректар ҡулланған балсыҡ һауыт-һабаны күрә. Был табыштар тикшеренеүселәр тарафынан Ҡәлғә ҡаласығын асыу тип иҫәпләнә.
1923 йылдан 1929 йылға тиклем күп территорияларҙа археологик тикшеренеүҙәр матди мәҙәниәт тарихы Дәүләт Академияһының Төньяҡ-Кавказ экспедицияһы тарафынан үткәрелә, улар менән А. А. Миллер етәкселек итә. Аҙау территорияһында ҡайһы бер тикшеренеүҙәр осоро үткәрелә, әммә ваҡыт үтеү менән табылдыҡтар юғала[4].
1956—1962 йылдарҙа ҡаҙыныу эштәрен Аҙау музейы[2] хеҙмәткәрҙәре үткәрә[4]. Улар археология ҡомартҡыһы биләмәһен билдәләй. 1956 һәм 1958 йылда Ҡәлғә ҡаласығында ҡаҙыныу эштәре өсөн Түбәнге Дон экспедицияһы ойошторола. Уның менән Д.Б. Шелов етәкселек итә. Һөҙөмтәлә артефакттарҙың минималь һаны табыла. 1972 йылда А.А. Горбенко етәкселеге аҫтында масштаблы ҡаҙыу эштәре ойошторола[4]. Аҙау территорияһында төҙөлөш эштәре алып барыу һәм ҡаралтылар төҙөү арҡаһында археологик ҡомартҡы территорияһы юҡҡа сыға. Шул ваҡытта некрополь эҙҙәре табыла. Унда керамика әйберҙәре, биҙәүестәр, эш ҡоралдары, төрлө ҡоралдар табыла. Биләмәлә тикшеренеүҙәр XXI быуатта ла дауам итә[2]. 2006 йылдан 2008 йылға тиклем тикшеренеүселәр торлаҡ комплекс һәм керамика таба. Шулай уҡ Ҡәлғә ҡаласығы территорияһында оборона йырындары табылған. Беренсе йырын өлөшләтә урта быуат хужалыҡ соҡорҙары арҡаһында, өлөшләтә ҡала ҡоролмаларын төҙөү арҡаһында юҡҡа сыҡҡан. Әммә тикшерергә мөмкин булған йырын өлөшөндә ҡыҙыл һәм аҡһыл балсыҡтан яһалған ямдар, һоро балсыҡ менән кварц ҡомо кушып эшләнгән көршәк һауыттар, һарыҡ башы рәүешендә биҙәлгән керамика табылған. Икенсе йырында әүәләп эшләнгән һәм һоро балсыҡтан һауыт-һабалар табылған. Ике оборона йырынында табылған әйберҙәр Танаис округы тирәләй урынлашҡан ултыраҡтың оборона системаһы тураһында раҫлай Некрополдә ағас һауыт, бронза һауыт-һаба, ҡыҙыл лаклы бәләкәй кувшин, флакон, туҫтаҡтар һәм һирәк формалы сеүәтә табылған. Һауыттарҙы эшләүҙә ҡулланылған балсыҡ уны итальян оҫталары яһауына нигеҙ бирә[4].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҠаласыҡ биләмәһе өлөшләтә VIII быуат менән даталанған ҡәлғә төҙөлгән урында була. Шуға күрә археология объекты Ҡәлғә ҡаласығы тигән исем ала.
Ҡәлғә ҡаласығы территорияһында 300-ҙән ашыу ҡәберлек, оборона йырындары, ямдар һәм хайуан һөйәктәре һаҡланған түңәрәк формала ритуаль майҙансыҡтар табылған. Майҙансыҡтарҙа ғибәҙәтханалар булған. Артефакттар араһында биҙәкле кувшин, етендән һәм мамыҡтан туҡыма, шулай уҡ металл фибула кеүек әйберҙәрҙе айырып әйтергә мөмкин[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Решение Малого совета Ростовского областного совета народных депутатов № 301 от 18.11.1992
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Некрополь Паниардиса (Крепостного городища)
- ↑ 3,0 3,1 Особенности жизнедеятельности населения городского городища в I—II веке нашей эры по данным палеопатологии зубочелюстного аппарата 2017 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Памятники истории и культуры юга России
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Подазовское городище — существовало одновременно с Крепостным, находясь вблизи от него.