Бахмут ҡәберлеге — Бахмут мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡыһы. III-VII быуаттар ҡарай. Нуриман районы Сандар ауылы янында урынлашҡан. Өфө өйәҙенең Бахмут (Печёнкин) яңы ауылы бөгөнгө көндә юҡ) исеме менән аталған. 1911 йылда В. В. Гольмстен һәм Д. Н. Эдинг тарафынан асыла, 1921 йылда — М. С. Смирнов һәм М. И. Касьянов, 1928 йылда А. В. Шмидт, 1960 йылда Н. А. Мәжитов тарафынан тикшерелә.

Ҡәберлек
Бахмут ҡәберлеге
Ил Рәсәй
Республика Башҡортостан

Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 48 ҡәбер өйрәнелгән. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарына ҡабыҡҡа урап, салҡан ятҡырып, баштары менән көнсығышҡа ҡаратып (көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауыштырып) ерләнгән.

Йәминов А. Ф., Мәжитов Н. А. Бахмут ҡәберлеге // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Шмидт А. В. Археологические изыскания Башкирской экспедиции АН СССР // Хозяйство Башкирии.— 1929.— № 8, 9.  (рус.)
  • Мажитов Н. А. Бахмутинская культура // Степи Евразии в эпоху средневековья.— М., 1981.  (рус.)