Ҡыҙ ҡыуыу
Ҡыҙ ҡыуыу (әзерб. qız qov, башҡ. ҡыҙ ҡыуыу, ҡаҙ. қыз қуу, ҡырғ. кыз куумай) — Әзербайжанда һәм Урта Азияла киң билдәле һыбайлы уйын.
Башҡорттарҙа, йола буйынса, ҡыҙ ҡыуыу уйыны егет һәм уның кәләше араһында үткәрелгән. Уйын башында ике һыбайлы — егет һәм ҡыҙ — сабыш юлына сыға. Ҡыҙ егеттән 12-15 метр алдараҡ тора һәм судья сигналы буйынса саба башлай. Бер аҙҙан егет ҡуҙғала, ул ҡыҙҙы ҡыуып етергә һәм үбеп алырға тейеш. Әгәр ул ҡыуып етә алмаһа, кире яҡҡа егет алдан төшә, ә ҡыҙ уны ҡыуып етеп, сыбыҡларға тейеш.
Ҙур тиҙлек, оҫталыҡ, таһыллыҡ күрһәткән пар еңеүсе һанала. Уйында һыбайлыларҙың кейеменә, эйәр, йүгән биҙәлешенә лә иғтибар итәләр.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- В. Парфенов. Кавказские национальные конные игры 2019 йыл 6 июнь архивланған.
- М.Н. Моратшина. Ҡыҙ ҡыуыу // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.