Ҡыҙыл шишмә (рус. Красный Ключ) — Башҡортостандың Нуриман районындағы шишмә, һыу дебиты (һыу миҡдары) буйынса донъяла, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, икенсе урында тора. Һыу миҡдары — секундына 14,88 куб метр. Ҡыҙыл шишмә — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында, Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан.

Ҡыҙыл шишмә
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта
 Ҡыҙыл шишмә Викимилектә

1965 йылдан алып — төбәк әһәмиәтендәге «Ҡыҙыл шишмә сығанағы» айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡыҙыл шишмә  — барлыҡҡа килеүе һәм йәшәү режимы йәһәтенән уникаль тәбиғәт күренеше. Карст буранкалары тиҫтәләрсә мең йылдар элек хасил булған. Ҡыҙыл шишмә — Яманйылға йылғаһы бассейнындағы тәрән карст йырындарында һәм каналдарында урғылып ятҡан ҡеүәтле һыу ағымдарының ер өҫтөнә бәреп сыҡҡан урыны ул. Яманйылға Ҡаратау һырты битләүенән баш ала. Башланған урынынан 8 километр алыҫлыҡта йылға ер аҫты йырҙаһына күсә. Артабан 40 километр арауыҡты ул борма-борма карст юлдар буйлап үтә. Сыҡҡан урынынан 16 километрҙа ҡабат ер өҫтөндә пәйҙә була. Ҡыҙыл шишмә аҫтан аҡҡан Яманйылғаның ер өҫтөнә бәреп сыҡҡан иң ҙур бушаныуы булып тора.

Ҡеүәтле һыу ағымы бергә тоташҡан ике ҙур карст буранкаһының төбөнән атылып сыға. Был буранкаларҙың бәләкәйерәгенең тәрәнлеге — 20 метр, ҙурыныҡы  — 38 метр.

Ҡыш көнө Ҡыҙыл шишмәнең һыуы Ҡариҙел йылғаһын йылыта, уның ҡойған еренән 13 километрҙа йылыу яһала. Бында йыл һайын осар ҡоштар — өйрәктәр ҡышлай.

Һыуының тасуирламаһы

үҙгәртергә

Шишмәнең һыуында эзбиз күп, химик составы буйынса ул гидрокарбонаткальцийлы. Шишмә секунд һайын һыу менән бергә 1 килограмдан ашыу бурташ сығара. Һыуы тоноҡ, аҡһыл төҫмөрлө йәшкелт-зәңгәрһыу төҫтә[1]. Шишмәлә һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә бер төрлө — плюс 5—6 градус[2].

Хужалыҡта ҡулланылыуы

үҙгәртергә

XIX быуат башында шишмәлә һыу тирмәне төҙөлә, XIX быуат аҙағында бәләкәй электр станцияһы барлыҡҡа килә, уның энергияһын Ҡыҙыл шишмә ҡасабаһындағы ҡағыҙ фабрикаһы тотона. Фабрика 1970-се йылдар уртаһына тиклем эшләй. 1990-сы йылдар аҙағынан шишмә һыуы шешәләргә тултырып һатыуға сығарыла. 2000-се йылдар башында Ҡыҙыл шишмәнең Ҡариҙелгә йүнәлгән ағымында плотина һәм 200 киловатлы Ҡыҙыл Шишмә бәләкәй ГЭС-ы төҙөлә[1].

Дайверҙарҙың шишмә төбөнә төшөүе

үҙгәртергә

«Русский дайвинг» һыу аҫты клубы 2002 йылда Ҡыҙыл Шишмә сығанағын тикшереү өсөн водолаз дайверҙар экспедицияларын ойоштора. Тикшеренеүҙәр материалдары «Октопус» журналының 2002 йылғы 2-се һанында баҫыла. Дайверҙар шишмәнең һыуына сума, төбөн тикшерә, һыу аҫтын фотоға төшөрә.

«Русский дайвинг»тың 2002 йылғы экспедицияһының ағзалары: Роман Прохоров, Игорь Галайда, Андрей Быков.

Экспедиция барышы

үҙгәртергә

Игорь Галайданың һөйләгәне:

Беҙгә шул билдәле: стена аҫтында күлдең максималь тәрәнлеге 40 метр самаһы. 30 метр билдәһенә яҡынлашҡанда, үҙеңдең өҫкә ҡарай стенанан ситкә тартылыуыңды тояһың… Бында стена менән күл төбө араһында киң арауыҡ башлана. Ҡайҙалыр тәрәндә таш ҡыҫығынан бер ярыҡ аша һыу ҡеүәтләнеп урғыла… Ҡулыңды ысҡындырһаң, хәҙер осоп китәһең. Ниһайәт, сығанаҡтың тамағы күренә. Таш стенала метрға метр егерме үлсәмле ҡара уйым өңөрәйеп тора.

Ошо уйым аша һыу менән ҡуша рогатканан атҡан шикелле ваҡ таштар оса.

Эскә бик тә ҡарағы килә, әммә шунда уҡ битлекте һыу тартҡыслай башлай. «Тамаҡ» үҙе ауыштан биш метр самаһына күренә. Уның аръяғында киңәйеүгә оҡшаш ҡараңғылыҡ…

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; vodros төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Сведения по книге Р. С. Исмагилова «Очерки по истории Нуримановского района»