Ҡыҙыл форт (Дели)
Лал-Кила[1] (һинд लाल किला) или Ҡыҙыл форт — Делиның Бөйөк Моголдар эпохаһы тарихи цитаделе. 1639 йылдың 16 апрелендә Шах-Джахан тарафынан нигеҙ һалына. Ул Агранан бында, Шахджаханабадҡа дәүләттең баш ҡалаһын күсерә. Төҙөлөш 1648 йылдың шул уҡ көнөндә, 16 апрелдә тамамлана. «Әгәр ерҙә ожмах булһа, ул саҡта ул бында, ул — бында» — тип әйтелә Кал-а-Мөбәрәк залы аркаһындағы яҙыуҙа. Фарсы шағиры Әмир Хосровтың был һүҙҙәрендә Шах-Джехан — залдың аркаһы архитекторҙарының төп идеяһы — Ҡөрьәндә һүрәтләнгән ожмахҡа оҡшаш һәм шуның өлгөһөндә, Ирандағы Исфаханға ла оҡшашлығы булған цитадель төҙөү ниәте сағылыш таба (Исфахан үҙенең күркәм ислам архитектураһы өсөн Иранда «Несф-е джехан» — «Донъяның яртыһы» ҡушаматы алған). Төньяҡ-көнбайыштан Лал-Кила иҫкерәк нығытма Салимгархҡа килеп тоташа. Нығытмаға исем биргән кирбесле-ҡыҙыл стенаның периметры 2500 м. Бейеклеге Ямуна йылғаһы яғынан 16 метрҙан алып, ҡала яғында 33 метрға тиклем тирбәлә. 1783 йылдың мартында нығытманы сикхтар баҫып ала, 1857 йылда — сипайҙар. Һиндостандың премьер-министры бойондороҡһоҙлоҡ көнөндә форт стенаһында халыҡҡа һәр йыл һайын мөрәжәғәт уҡый. Шах-Джахан осоронда "Ҡыҙыл фортта" 3000 һарай кешеһе урынлашҡан була. Ҡоролма Моголдар эпохаһының төҙөк булмаған һигеҙмөйөш формаһында эшләнгән беренсе цитаделе була. Аҙаҡ был Моголдар династияһы осороноң архитектура стиле үҙенсәлеге булып китә. Керамика йәки ҡыҙыл мәрмәр менән көпләнгән кирбестәр төҙөлөш материалы булып тора. Уның архитектураһында фарсы, тимурид һәм индуист өлөштәре гармониялы тап килгән. Ҡоролманың ҡатмарлы геометрик композициялар хас булған стиле император исеме менән — шахджехани тип атала. Һиндостан территорияһында уның элекке сиге эсендә Бөйөк Моголдар осоронда төҙөлгән һәм «Ҡыҙыл форт» тип аталған бер нисә тарихи ҡоролма бар, уларҙы ҡайһы берҙә бутайҙар. Дели ҡалаһындағы Ҡыҙыл форттан башҡа, Аграла Ҡыҙыл форт (Тадж-Махал менән күрше) һәм Лахорҙағы Ҡыҙыл форт (хәҙерге Пакистанда).
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 231 рус. • англ. • фр. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дели ҡалаһының иҫтәлекле урындары
- Салимгарх — нығытма; хәҙер Ҡыҙыл форт комплексы өлөшө.
- Дели ҡалаһындағы Ынйылы мәсет
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дели / Н. Н. Алексеева, Е. М. Гороховик, О. П. Дешпанде, Н. Р. Лидова, А. Л. Сафронова // Григорьев — Динамика. — М. : Большая российская энциклопедия, 2007. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 8). — ISBN 978-5-85270-338-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҠыҙыл форт (Дели) Викимилектә |