Ҡытай батальоны ҡыҙылармеецтары мемориалы

Ҡытай батальоны ҡыҙылармеецтар мемориалыРостов өлкәһенең Морозовск ҡалаһында һәйкәл

Ҡытай батальоны ҡыҙылармеецтары мемориалы
Дәүләт  Рәсәй

Рәсәйҙә ҡытай эшселәре һәм белгестәре Беренсе донъя һуғышы башында барлыҡҡа килә, ул ваҡытта батша хөкүмәте уларҙы тыл эштәренә, емерелгән күперҙәрҙе йүнәтеү эшенә вербовкалай. 1917 йылда Февраль революцияһынан һуң ҡытайлылар Ҡыҙыл гвардия сафына инә, һуңынан революцион хәрби отрядтар ойоштора. Граждандар һуғышы ваҡытында 1918 йылдың яҙында Беренсе Владикавказ ҡытай отряды тип аталған ҡытай отряды ойошторола, һуңынан ул 33-сө Кубань дивизияһының 292-се Дербент полкы батальоны тип үҙгәртелә. Батальон яҡшы тормош эҙләп илдәрен ташлап киткән һәм Рәсәйҙә төпләнгән ҡытай эшселәре һәм крәҫтиәндәренән ойошторола.

1919 йылдың йәйендә батальон Волга һәм Донда аҡ гвардеецтар менән һуғыша. 1919 йылдың июнендә Дербент полкы Морозовск станицаһы районында дошман менән һуғыш алып бара. (хәҙер Морозовск ҡалаһы). Аҡ атлылар ҡытай батальонына һөжүм яһай, ләкин бында улар фронтты йырып сыға алмай. Үҙ позицияларын ныҡлы яҡлап, ҡытай батальоны ҡыҙылгвардеецтары дошмандың һөжүмен кире ҡаға. Яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙе Морзовсктан 7 километр алыҫлыҡтағы тимер юл разъезы эргәһендә ерләйҙәр.Һуғыштан һуң һәләк булған яугирҙәрҙең кәүҙәһен үҙәк майҙанға туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләйҙәр.


1958 йылдың 2 ноябрендә Ростов өлкәһенең Морозовск ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә Граждандар һуғышы ваҡытында Ҡыҙыл Армия сафтарында һуғышҡан ҡытай батальоны яугир-интернационалистарының һәйкәле ҡуйыла.

292-се интернациональ полктың ҡытай батальоны ҡыҙылармеецтары һәйкәле Морозовсктың ҡала паркына инеү урынында туғандар ҡәберлегендә ҡуйылған.

Һәйкәл биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙ менән осланған 16 метр бейеклектәге обелисктан ғибәрәт. Обелискта ҡытай һәм рус телендә алтын хәрефтәр менән ике табличка ҡуйылған, унда "1919 йылдың июнендә бында Морозовск станицаһында совет власы өсөн барған алышта һәләк булған ҡыҙылармеец-интернационалистар ерләнгән." тип яҙылған. Яҙыуҙар Ҡытай гербы әйләнәһендә яҙылған. Ваҡыт үтеү менән ҡытай телендәге табличкалар юҡҡа сыға, ҡабаттан барлыҡҡа килә, шул уҡ ваҡытта дата һәм ваҡиғалар яҙылышында айырмалар була[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә