Ҡырҡнарат (Бәләбәй районы)

Ҡырҡнарат (рус. Крыкнарат) — Башҡортостандың Бәләбәй районы Рассвет ауыл Советының юҡҡа сыҡҡан ауылы (элекке ауыл)[1]

Ҡырҡнарат
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Бәләбәй районы һәм Рассветский сельсовет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың атамаһы Ҡырҡнарат йылғаһы исеменән, "ҡырҡ" йәки "күп" "нарат", "ҡарағай", "ҡарағайлыҡ" һүҙенән килеп сыҡҡан.

Ҡырҡнарат ауылында урыҫтар йәшәгән. Тораҡ пунктҡа «ауыл» статусын биреүгә батша Рәсәйе ваҡытында ауылда сиркәү мәхәлләһенең һәм сиркәүҙең урынлашыуы булышлыҡ итә. Ҡырҡнаратта 1909 йылда Сергиев монастыры төҙөлә, сиркәү общинаһы 1906 йылда барлыҡҡа килә[2].

1919 йылда граждандар һуғышы ваҡытында Ҡырҡнарат ауылын Степан Разин исемендәге 13-се кавалерия полкының Каширин бригадаһы ала[3]

1913 йылда Ҡырҡнарат ауылында Семен Михайлович Чугункин тыуған. Ул алыҫ разведчиктарҙың 47-се айырым авиация полкында һуғыша: Смоленск-Минск, Биникони (ЛССР), Крынки (Польша), Мадлип, Торн (Польша), Рогзов (Германия). Хәрби званиеһы — гвардия өлкән сержанты. 1945 йылда демобилизациялана.

«Населенные пункты Башкортостана. Часть 1. Уфимская губерния. 1877» китабында ауыл тураһында түбәндәге тарих хәбәр ителә:

Бәләбәй өйәҙе, 2-се стан, Бәләбәй ҡалаһынан Бөгөлмәгә тракттың һул яғы буйлап: № 645 Ҡырҡнарат ауылы, урыҫ ауылы, Ҡырҡнарат йылғаһы эргәһендә урынлашҡан, өйәҙ ҡалаһына тиклем аралыҡ 12 саҡрым,стан фатирына тиклем 35 саҡрым, ихаталар һаны 112, ауылда ир-аттар һаны 257, ҡатын-ҡыҙҙар 266 кеше тәшкил итә. Ауылда һыу тирмәне булған. Ауыл кешеләре игенселектән тыш малсылыҡ һәм балта оҫталығы менән шөғөлләнгән.
Населенные пункты Башкортостана. Ч. I. Уфимская губерния, 1877. – Уфа:Китап, 2002. Стр.190.

Ауыл 1984 йылда ауыл рәсми рәүештә юҡҡа сыға. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 31 авгусындағы «Бәләбәй районының ҡайһы бер тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ы административ-территориаль ҡоролошоноң иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырыу тураһындағы» N 6-2/236 Указы хәбәр итә:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

Халыҡтың башҡа тораҡ пункттарға күсеп китеүе менән бәйле Башҡорт АССР-ы административ-территориаль ҡоролошоноң иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырырға:

Ермолка ауыл Советының Вознесенка ауылын;

Ермолка ауыл Советының урындағы ҡала сәнәғәте участкаһын;

Рассвет ауыл Советының Ҡырҡнарат ауылын.
Башҡорт АССР-ы
Юғары Совет Президиумының
Рәйесе
Ф.Солтанов
Өфө, 1984 йылдың 31 авгусы

N 6-2/236

http://www.volganews.info/oblast5/terraan/ip-ksgqiz4.htm 2016 йыл 27 май архивланған.

Бөтөп барған ауыл статусы уның аҙашы Миәкә районындағы Ҡырҡнарат ауылында рәсми рәүештә бер кеше йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Белебевский район
  2. Монастыри(недоступная ссылка)
  3. Гражданская война 2016 йыл 4 март архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә