Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейы

Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейыҠырғыҙстан Республикаһы баш ҡалаһы Бишкәктә урынлашҡан музей. Урта Азияла иң ҙур музейҙарҙың береһе[1].

Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1926
Урынлашыуы Flag of Bishkek Kyrgyzstan Бишкәк, Ала-Тоо майҙаны
Логотип Викисклада Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейы Викимилектә

Тасуирлама үҙгәртергә

Музей 1926 йылда Ҡырғыҙ АССР-ының тәүге фәнни учреждениеһы булараҡ ойошторолған. Музейҙың бинаһы алдараҡ Ҡырғыҙ АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советының резиденцияһы булып хеҙмәт итә. Музей хәҙерге Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә Ала-Тоо майҙанында хөкүмәт йортонан йыраҡ булмаған урында урынлашҡан. 1927 йылдың 5 мартында музейҙың тәүге экспозицияһы асыла. Башта Үҙәк музей атамаһын йөрөтә, ә 1933 йылда Тыуған яҡты өйрәнеү музейы тип исеме үҙгәртелә. 1954 йылда музейға Дәүләт тарихи музейы атамаһы бирелә. 1960-сы йылдарҙа тарихи музей 1928 йылда төҙөлгән бинаға күсә[1].

Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейының майҙаны 8 мең м2 тәшкил итә, төп фондтың предметтары иҫәбе — 44 мең дана. Экспонаттарҙың дөйөм иҫәбе — 90 мең дана[1].

Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейында тәүтормош йәмғиәте (таш быуаттан башлап)[1], ҡол биләүселек һәм феодаль ҡоролоштарҙан алып хәҙерге заманға тиклемге араны үҙ эсенә алған экспонаттар, шулай уҡ күсмә халыҡтарҙың, уларҙың игенселеге һәм кәсептәре һәм ҡалаларҙың барлыҡҡа килеүе тураһында эскпонаттар һаҡлана һәм күрһәтелә.

Ҡунаҡтар араһында бигерәк тә Халыҡтарҙың бөйөк күсеше осорона ҡараған экспозициялар, XIX — XX быуат ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре һәм ҡырғыҙ халҡының этнография коллекциялары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра[1].

Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейының ҙур өлөшө «Ҡырғыҙстан Рәсәй составында», Ҡырғыҙстанда Октябрь революцияһы, совет осорона (Ҡырғыҙ АССР-ы/ Ҡырғыҙ ССР-ы, бигерәк тә Владимир Ильич Ленин шәхесенә ҙур иғтибар бүленә) Бөйөк Ватан һуғышы йылдары темаһына арналған.


Ҡырғыҙстан дәүләт тарихи музейының күп кенә коллекциялары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына кергән[1].

Иҫке бинаның архитектураһыда күсмә колорит сағылыш таба — тирмәгә хас булған көмбәҙ, уҡ-һаҙаҡҡа оҡшаш тәҙрәләр, декор һәм башҡалар.[2]

Хәҙерге музей урынлашҡан бина 1984 йылда В. И Ленин исемендәге музей филиалын урынлаштырыу өсөн төҙөлә. Был бина Ҡырғыҙ ССР-ы Коммунистар партияһының Үҙәк Комитетының 60-йыллығы уңайынан «Киргизгипрострой» институты коллективы проекты буйынса төҙөлә. Проект авторҙары — С. Абышева, Р. Асылбекова, А. Кудели, В. Иванова һәм М. Сатыбалдиева.[1][3]

Эш ваҡыты үҙгәртергә

Шишәмбе — йәкшәмбе. Йәйен 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем, ҡышын 10-дан 17 сәғәткә тиклем. Телефоны: +996(312)62-60-90

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә