Ҡуңыр ҡуңыҙ[1] (лат. Osmoderma eremita) — ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
Osmoderma eremita Scopoli, 1763
Кәүҙәһе киң, яҫы, 24—30 мм оҙонлоҡта. Ҡуңыр төҫтә, йәшкелт металға оҡшаш ялтырауыҡлы. Башы йыйырсыҡлы, мыйығы ҡыҫҡа, япраҡ формаһында. Өҫкө ҡанаты ҡабарынҡы, даға рәүешле, түңәрәк. Алғы сирағы 3 тешле. Енси диморфизм хас: ата ҡуңыҙҙарҙың алғы арҡаһының уртаһында киң буй бураҙна, инә ҡуңыҙҙарҙың — ваҡ буй батынҡылыҡ һәм алғы өлөшөндә 2 түмһәләк бар.
Йомортҡаларын ҡарт ағас ҡыуышына һала. Ҡарышлауыҡтары дуға формаһында, 90—100 мм оҙонлоҡта, 3 йыл һәм унан да ашыу ваҡыт дауамында үҫешәләр. Ҡуңыҙҙарҙың осоуы июнь—сентябрҙә; эңерҙә һәм төндә әүҙемдәр.
Ағастарҙың имгәнгән олондарынан ағып сыҡҡан һут менән, ҡарышлауыҡтары серек үҙағас менән туҡлана. Өлкән ҡуңыҙҙарҙың бер нисә метр алыҫлыҡтан һиҙелгән көслө, насар еҫе бар.
Башҡортостан Республикаһында Бөрө, Ғафури һәм Өфө райондарының ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында осрай. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының "Ҡыҙыл китап"тарына индерелгән.
Ҡуңыр ҡуңыҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.