Ҡурыуҙы
Ҡурыуҙы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылындағы тау.
Ҡурыуҙы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Бөрйән районы һәм Байназар |
Ҡурыуҙы тауы
үҙгәртергәБайназар ауылы ҡаршыһындағы был тау башында элемтә вышкаһы урынлашҡан, битләүендә Ғәтифә паркы тип исемләнгән ағаслыҡ үҫеп килә. Ә аҫтараҡ халыҡ яңы өйҙәр төҙөгән. Ҡурыуҙы тауының итәгендә ауылға терәлеп тигәндәй зыярат, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бағышланған обелиск урынлашҡан.
Этимологияһы
үҙгәртергәҠурыуҙы тауының атамаһы Бөрйән районы ерлегендә яҙып алынған Бабсаҡ бей һәм Күҫәк бей эпосынан алынған. Борон замандарҙа Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙары араһында низағ килеп сыҡҡан. Бөрйән батыры Ҡарағөләмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә. Бабсаҡ бейҙең улы Күҫәк бей атаһының ҡонон ҡайтарып, Ҡарағөләмбәтте Байназарға алып килеп, ауыл ҡаршыһындағы тауҙа ҡаҙанға һалып ҡура. Шунан бирле был тауҙың исеме Ҡурыуҙы булып ҡалған.
Географик һүрәтләнеше
үҙгәртергәҠурыуҙы тауының көньяҡ-көнсығыш битләуе Байназар ауылына ҡарай. Тауҙы көнсығыш яҡлап Тәрәнуя, көнбайыштан Келәтбар уяһы сикләп тора. Ҡурыуҙы тауы төньяҡтан Арҡа яланына барып тоташа.
Үҫемлектәр донъяһы
үҙгәртергәҠурыуҙы тауының башында имәнлек урынлашҡан. Тау артынан был имәнлек ҡатнаш урманға әйләнеп, яланға барып тоташа. Тауҙың ауылға ҡарап торған битләүендә элек ҡайынлыҡ булған, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул аяуһыҙ утынға ҡырҡылған. Әлеге мәлдә тау битләүендә берәм-һәрәм генә ҡайындар үҫеп ултыра.
Һылтанмалар
үҙгәртергәҠурыуҙы— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылындағы тау.