Ҡулсалы ҡултамға

электрон ҡултамға ысулы

Ҡулсалы ҡултамға (ингл. ring signature) —  хәбәргә ҡул ҡуйыуы ихтимал булған төркөм ағзалары исеменән кем дә булһа берәүгә  ҡул ҡуйыу мөмкинлеген биргән электрон ҡултамға ҡулланыу ысулы; шул уҡ ваҡытта ҡул ҡуйған ағзаның шәхесе билдәһеҙ ҡала. Ҡул ҡуйыусы үҙе теләгән кешеләрҙән исемлек төҙөй (үҙен дә индереп). Ҡул ҡуйыу өсөн ул төҙөгән исемлеккә индерелгәндәрҙең ризалығы йә ярҙамы талап ителмәй. Бары тик исемлек ағзаларының асыҡ асҡысы һәм ҡул ҡуйыусының үҙенең ябыҡ асҡысы ғына кәрәк.  

Ҡулсалы ҡултамға

Ҡулсалы ҡултамғаның математик алгоритмы Рональд Ривест, Ади Шамир һәм Яэль Таумани тарафынан эшләнә һәм  2001 йылда Asiacrypt халыҡ-ара конференцияһында күрһәтелә[1]. Авторҙар был ҡултамғаны формалаштырғанда үҙәк йә координациялаусы  структураның ҡатнашмауына уның атамаһында ишара яһай: «ҡулса бер төрлө перифериялы һәм үҙәкһеҙ геометрик фигура булып тора».

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Рональд Линн Ривест, Ади Шамир, Yael Tauman. How to leak a secret. — Volume 2248 of Lecture Notes in Computer Science. — Asiacrypt, 2001. — С. 552—565.

Әҙәбиәт үҙгәртергә