Ҡояш сәғәте (Таганрог)

1833

Иҫтәлекле урын
Ҡояш сәғәте
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог
Төҙөлгән ваҡыты 1833
Бөгөнгө хәле яҡшы

Ҡояш сәғәте — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһындағы ҡояш сәғәте. 1833 йылда эшләнгән. 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се һанлы Ҡарарға ярашлы, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Боронғо ҡояш сәғәте Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында 1833 йылда ҡуйылған. Ул Грек урамында, Грек урамын Порт урамы һәм Пушкин яр буйы урамы менән тоташтырыусы Депальдо (Таш) баҫҡыс эргәһендә урынлаштырылған.

Сәғәт, билдәле булған ысул буйынса, ваҡытты ҡояштың күктәге торошо буйынса билдәләү өсөн төҙөлгән. Был ваҡытта Таганрог ҡала башлығы барон Отто Германович Франк була. Ҡояш сәғәте урындағы ысын ваҡытты күрһәтә һәм урындағы ҡояш ваҡыты менән рәсми ваҡыт араһындағы айырманы иҫәпкә алмай. Ҡояш сәғәте менән тик көндөҙ һәм көн аяҙ булғанда ғына файҙаланырға мөмкин, тик шул саҡта ғына металл өсмөйөштән күләгә урыны күренә. Хәҙерге ваҡытта ҡояш сәғәте тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, ваҡыт билдәләү өсөн башҡа төр сәғәттәр ҡулланыла.

Сәғәт Таганрогтың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Һүрәтләнеш

үҙгәртергә
 
Ҡояш яңы сәғәте

Таганрогтағы ҡояш сәғәте һоро таш постаментҡа ҡуйылған. Уларҙың төп элементы булып металл күләгә күрһәткесе тора. Сәғәттең һигеҙ ҡырлы таш постаментта торған 300 килограммлы мәрмәр плитәгә төшөрөлгән ғәҙәти булмаған циферблаты бар. Сәғәткә бер нисә тапҡыр реставрация үткәрелгән, уның металл күләгә күрһәткесе (гномон) алмаштырылған. Сәғәт ҡышҡы ваҡыттан йәйге ваҡытҡа күскәнде һәм киреһенсә иҫәпкә алмай.

Гномон ролен циферблатҡа перпендикуляр нығытылған металл өсмөйөш уйнай. Сәғәт уғы булып өсмөйөш циферблатҡа төшөргән күләгә сите хеҙмәт итә.

Мәрмәр циферблатының бөтә периметры буйынса 1 — 12 тиклемге цифрҙар аралағы бүлемдәр менән соҡоп яҙылған. Бүлем ҡиммәте 10 минут. Сәғәт горизонталь, уның гномоны горизонтҡа, сәғәт ҡуйылған урындың киңлегенә тигеҙ булған мөйөш ауышлығында һәм төньяҡ полюсҡа йүнәлтелгән.

20062007 йылдарҙа сәғәткә һуңғы реставрация үткәрелгән. Таганрог ҡояш сәғәте илдә эшләп тоған сәғәттәрҙең иң боронғоһо.

2000 йылда Таганрогта В. А. Иванов конструкцияһындағы «Лемакс» фирмаһының ҡояш сәғәте ҡуйылған. Таш баҫҡыс эргәһендә ҡуйылған сәғәттән айырмалы рәүештә, яңы сәғәт горизонтҡа 47°12' (Таганрог киңлеге) ауышлыҡта ҡуйылған плитаға күләгә төшөрә. Был ваҡытты иҫәпләү шкалаһын тигеҙ итеп эшләргә, йәйге һәм ҡышҡы ваҡытта өҫтәмә шкала буйынса ваҡыт иҫәбе алып барырға мөмкинлек бирә. Шкалала төҙәтмәләр графигы бирелгән. Был сәғәт буйынса ваҡыт иҫәпләү хатаһы 1 минуттан кәм тәшкил итә[1][2].

  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә