Ҡояш культы

мифология

Ҡояш культы — мифологиялы һәм хөрмәтле күк есеменә табыныу. Башҡорттарҙың космогоник ҡараштарын сағылдырған инаныуҙарына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, тыйыуҙарына үтеп ингән соляр образ, илаһ, ҡатын-ҡыҙ персонажы[1].

Ҡояш культы
Рәсем

Легендаларҙа

үҙгәртергә

Ф. Нәҙершина фекере буйынса Ҡояштың барлыҡҡа килеүе тураһында легендалар һаҡланмаған, ләкин заманында бындай хикәйәләрҙең халыҡ телендә йөрөгәнлеге шик тыуҙырмай, сөнки ҡояшҡа бәйле фрагментар мотивтар легенда-риүәйәттәр эсендә осрай.

Фольклорҙа «Артыҡ ҡояш» мотивын Ф. Нәҙершина түбәндәгесә аңлата:

Урал батырҙың артыҡ ҡояшты атып төшөрөүе, ҡояш ярсығынан ай яралыуы хаҡындағы мифологик легенда ла үҙенең үҙәк мотивы менән башҡа халыҡтарҙың мифтары юҫығында булып, архаик ҡараштарҙы һаҡлаған ғәйәт әһәмиәтле сюжеттарҙың береһе. Урал батырҙың һөйөклө ҡатыны һомай —аҡҡош сүрәтендә лә, сибәр ҡыҙ ҡиәфәтендә лә күренә торған мөғжизәле образ. Ике әҫәр геройы булараҡ сығыш яһаһалар ҙа, ҡобайыр һәм легенда геройҙарының (Урал исемле батырҙың) эшмәкәрлеге бер типта — ҡоролоҡтан, эҫенән яфаланған кешеләрҙе афәттән ҡотҡарыу, тәбиғәтте үлемһеҙ итеү. Артыҡ ҡояштар һәм уларҙы атып төшөрөү, яраланған ҡояштың айға әйләнеүе тураһындағы архаик сюжеттарҙың тәү башлап барлыҡҡа килеү урынын күрһәтеү, ул хаҡта ҡәтғи фекер йөрөтөү еңел түгел[2].

Легендаларҙа һәм әкиәттәрҙә Ҡояш ҡатын-ҡыҙ башланғысын да, ир-ат башланғысын да һынландыра. Йола фольклорына ҡараған теләктәрҙә :

«Ҡояш апай, кил, кил, һалҡын ағай, кит, кит!» (ҡатын-ҡыҙ).

Икенсе осраҡта ир-ат башланғысын сағылдыра (ҡояш нурҙарынан ғоманлы булыу мотивы шул хаҡта һөйләй). Ҡояш нурҙарынан ғоманлы булған ҡыҙ мотивы «Түңгәүер ҡәбиләһе» һәм Сыңғыҙхан исеменә бәйле башҡорт риүәйәте «Бөрйәндәр хан замандарында» буйынса билдәле[2].

«Урал батыр» эпосында Ай менән Ҡояш — Күк батшаһы Самрауҙың ҡатындары. Эпик ҡомартҡылар һәм әкиәттәрҙә Ҡояш — Аҡбуҙ толпар һәм башҡа образдар аша ла тоҫмаллана. «Урал батыр» эпосында ҡояш тотолоуының сәбәбен аңлатҡан Әсә хәсрәте, Әсә хафаланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күренеш булараҡ һүрәтләнә:

Зәрҡүм быны күргәс тә,

Ҙур бер балыҡ булған да,

Янына барған Һомайҙы,

Шул урында ҡарпыған,

Зәрҡум ҡыҙын ҡарпығас,

Күктә Ҡояш тотолған…[3]

Халыҡ ижадында «Ҡояшты ҡотҡарыу» мотивы.

«Әйнә менән Ғәйнә» легендаһында болан мөгөҙөнә эленгән ҡуржин эсендәге ҡояшты ағалы-ҡустылы батырҙар Тол аша сығара һала. Арттарынан ҡыуа төшкән яуыз зат йылға аша сыға алмай икән. Башҡорт йола фольклорынан билдәле булыуынса, шүрәлеләр, убырлылар һыуҙан ҡурҡа. Батырҙар йәһәт кенә Тол аша аръяҡҡа сығып, ҡуржиндың ауыҙын сисеп ебәргәс, «ҡояш донъяға сығып киткән», ти легенда. Ағалы-ҡустылы шул ерҙәрҙә тороп ҡалып, ғаиләле булып, мал үрсетеп, донъя көтә башлайҙар, ә уларҙың балаларынан ғәйнә ырыуы барлыҡҡа килә[4].

Әйнә менән Ғәйнә ҡояшты кире урынына ҡайтарып ҡуйып, донъяны яҡтыртып, һалҡын ҡараңғылыҡта булған ерҙе йәмләндереп, уны теремекләндерәләр.

Күктең, Ҡояштың ни өсөн юғары булыуын да боронғолар үҙҙәренсә аңлатырға тырышҡан. «Ҡояш ниңә юғары?» ҡарыһүҙҙә күктең ерҙән алыҫлашыуы түбәндәгесә аңлатыла: «Элек күк тә, ҡояш та түбәнерәк булған. Бер ҡатын балаһының бысрағын йыраҡҡа илтеп түгергә иренеп, ситәнгә ҡыҫтырған. Күк менән Ҡояш ғәрләнеп, юғарыға менеп киткәндәр»[5].

Теләктәр, им -томдар

үҙгәртергә

Халыҡ ерҙәге эшләнелгән бөтә эштәрҙең барышына, эшмәкәрлегенә Ҡояштың туранан-тура булышлыҡ итеүен билдәләгән. Ҡояш культы, уның ҡалҡыуына бәйле ышаныуҙар, им-томдар[6].

Ҡояш ҡалҡыу иң яҡшы мәл. Аяҙ көн теләп: «Ҡояш ҡалҡ, ҡояш ҡалҡ, нурланып ҡалҡ, ҡояш ҡалҡ!» — тиҙәр.

Иртән «Хәйерле Ҡояш булһын!», тип сәләмләп:

Яҡты Ҡояшты күрҙек,

Көндәребеҙ иҫән үтһен!

Иртән сәғәт ете менән һигеҙ араһында, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, Ҡояшҡа ҡарап:

Эй, Хоҙайым! Донъяларыбыҙҙы яҡтыртыусы, Илаһым! Беҙгә аяҙ көндәр бир,

Беҙҙе ас итмә, яланғас итмә! — тип, үҙ теләктәреңде теләһәң дә, ҡабул булыр, ти, халыҡ.

Ҡояш байышы мифологияла хәүефле мәл, донъя менән яуыз көстәр идара итә.

Ҡояш байығанда: «Эй, ҡояш! Аллаһы Тәғәлә ҡабат ҡалҡыуыңды, донъяны яҡтыртыуыңды бирһен», — тип теләйҙәр (ЙФ)

Ҡайҙан килдең, шунда кит, һыуҙың ағышына кит, ҡояш байышына кит!

Ҡояш тотолғанда мал-тыуар, бала-саға ҡысҡырталар, тимергә һуғалар.

Ҡояшҡа һығыныу. Шөкөрана, шөкөрана! Яҡты донъяла йәшәткән өсөн, йылытҡан өсөн рәхмәт, таҙартҡан өсөн рәхмәт. Ҡояштыр! Ҡояш менән ант итәм!

Көн болотлап торғанда :

Ҡояшҡайым, сыҡ-сыҡ!

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Майлы бутҡа бирермен!

Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда!

Ҡояш сағыу итеп ҡыҙҙырғанда:

Бисмиллаһир-рахмани-рахим!

Собханалла зөлғәрселғәзим,

Собханалла зөл мәлики-ҡәҙим,

Собханалла зол фазыл — Хәким,

Хәким фәрештәгә тапшырабыҙ, — тиҙәр, йәиһә:

Ҡыйыу балҡый сән-сән,

Балҡый иман Аллаһы-самат!

Тыйыуҙар

үҙгәртергә

«Ҡояш сыҡҡан» тигәнде ишетеү менән ололар тиҙ генә туҡтатып, «Ҡояш сыҡҡан», тимәйҙәр, ә «Ҡояш ҡалҡты», тип әйтергә кәрәк, юғиһә, Ҡояш рәнйешен алырһың, «үҙеңдең күҙен сыҡһын», тип теләр, тип, иҫкәртәләр. Хатта ошо тыйыуҙа ла борон кешеләрҙең Ҡояшты ни тиклем ололауын күрергә була.

Ҡояш байығас, йыуынты һыуҙы түкһәң, ен-шайтан ҡағылыр. Түкһәң, «бисмилла» әйтергә кәрәк, юғиһә, мәйеттәр килеп эҙләнеп йөрөр, ти.

Ҡояш байығас, кешегә әйбер бирергә ярамай, ҡәҙере китер;

Аҙбарға Ҡояш батҡанда, ҡояш ҡалҡҡанда керергә ярамай, ен-шайтан ҡағылыр;

Ҡояш ҡалҡҡанда, эңер мәлендә йоҡларға ярамай, фәрештәләр бәхет өләшкән ваҡыт;


Һынамыштар һәм мәҡәлдәр

үҙгәртергә

Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа, иртән ямғыр яуа, ҡышын көн боҙола, ҡар яуа, буран күтәрелә.

Ҡояш янында — йылылыҡ, инә янында — изгелек.

Ҡояш ҡарағанда йәшәп ҡал, атаң ҡарағанда йөрөп ҡал.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. / Ф. Г. Хисамитдинова «Мифологический словарь башкирского языка»
  2. 2,0 2,1 /Ф. Нәҙершина Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Өфө. Китап −2011, 152—159 -сы б.б.
  3. Башҡорт халыҡ ижады. Мәктәп китапханаһы. «Урал батыр». — Өфө: «Информреклама», 2005 й. — С. 86-сы б..
  4. /«Башкирское народное творчество». «Легенды и предания» Уфа, 2015 й., 66-сы б.
  5. Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме» I том. — Өфө: «Китап», 2006 й. — С. 15-се б..
  6. Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 556.

Һылтанмалар

үҙгәртергә