Ҡот осҡос хәл (хикәйә)

Ҡот осҡос хәл  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 29 мартында «Новое время» гәзитенең 3621-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Ҡот осҡос хәл
Атамаһы Кошмар
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 29 март (10 апрель) 1886
Баҫылған Новое время[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Ҡот осҡос хәл» хикәйәһе 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1886 йылдың 29 мартында «Новое время» гәзитенең 3621-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1887 йылда «В сумерках» йыйынтығына А. Ф. Маркс тарафынан индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә фин теленә тәржемә ителә.

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Кунин Павел Михайлович, утыҙ йәштәге йәш кеше, крәҫтиән эштәре буйынса ойошма ағзаһы, маҡтаулы мировой судья, училище советының ағзаһы.
  • Отец Яков, Синьково ауылы руханийы, 28 йәштә, өйләнгән, Андрей исемле ул үҫтерә.

Тәнҡитсе К. Арсеньев былай тип яҙа:«Ҡот осҡос хәл» хикәйәһендә нужаға батҡан һәм мохтажлыҡ арҡаһында түбәнселеккә төшкән отец Яков бик оҫта һүрәтләнгән. Уның «изге нийәтле» алпауытты аптырашта ҡалдырыуы, шул тиклем ысын йөрәктән үҙенең ғазапланыуҙарын йәшермәйенсә асып һалыуы, Куниндың һуңлап булһа ла уны аңлап, ашығыс рәүештә архиерейға рухани өҫтөнән хат яҙғаны өсөн үкенеүе - былар барыһы ла уҡыусыларға шул тиклем тетрәндергес йоғонто яһай. «В сумерках (Эңерҙә)» хикәйәләр йыйынтығы авторы бер ваҡытта ла был хикәйәһенә тиклем бындай ысын драматизмды күрһәтерлек бейеклеккә күтәрелә алмаған була»[1].

П. Н. Краснов хикәйәлә автор тарафынан «ҡараңғылыҡҡа сумған» 80-се йылдар осоро күрһәтелгәнен билдәләп үтә[2].

А. Ф. Бычков «В сумерках (Эңерҙә)» хикәйәләр йыйынтығына индерелгән был хикәйәнең социаль йүнәлешле булыуын әйтеп үтә[3].

Хикәйәләге ваҡиға Борисово ауылында бара. Бында Петербургтан ваҡытлыса ғына «крәҫтиән эштәре буйынса ойошма ағзаһы» Павел Михайлович Кунин килә. Кунин үҙенең янына урындағы рухани Яковты саҡыртып ала һәм уға юлбашсы Егор Дмитриевичтың Синьково ауылында асыласаҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе өҫтөнән бағыусылыҡ алырға ҡушҡанлығын белдерә. Кунин был тәҡдимгә риза була. Ләкин ауылда мәктәп асыу өсөн Куниндың да, урындағы руханиҙың да аҡсаһы булмай. Кунин ҡайҙан аҡса табырға икән тип баш вата башлай. Ул ҡысҡырып үҙ фекерен уйлаған саҡта, отец Яков сәй эсеү менән мәшғүл була. Быны күргән Кунин : ««Ниндәй ҡырағай, сәйер кеше! Бысраҡ, насар кейенгән, тупаҫ, иҫәр, һәм, моғайын, эскесе... Эй, Хоҙай, шундай ҙа рухани, рухи отец була микән ни! Бына һиңә халыҡты изгелеккә өйрәтеүсе!»-тип уйлай.

Йәкшәмбе көндө Кунин Синьково ауылындағы сиркәүҙе ҡарарға килә. Сиркәү бик ныҡ иҫке хәлдә була. Ғибәҙәтханала отец Яков менән һөйләшкән саҡта Кунин руханиҙы мәктәп төҙөү бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмағанын асыҡлай. Кискеһен Кунин архиерейҙан мәктәп төҙөтөү өсөн аҡса һорап хат яҙа һәм унда Синьков руханийы өҫтөнән «ул сиркәүҙә хеҙмәт итергә ярарлыҡ кеше түгел» тип ялыу яҙып ебәрә.

Бер аҙнанан һуң Кунинға мәктәп өсөн уҡыу әсбаптары исемлеген төҙөгән отец Яков килә. Ул исемлекте тапшырыуҙан сыҡҡан форсаттан файҙаланып, үҙенең руханийлыҡты ташларға ҡарар иткәнлеген һәм Куниндан үҙен яҙыусы итеп алыуын һорай. Бының сәбәбен ул аҡсаһыҙлыҡтан һәм аслыҡтан булыу менән аңлата. Яков Кунинға үҙ ғаиләһенең һәм үҙенең ҡот осҡос фәҡирлектә йәшәүе һәм мәктәп төҙөү тураһында түгел, ә бары тик ашарға аҙыҡ табып, аслыҡтан нисек үлмәү тураһында ғына уйлағаны тураһында һөйләп бирә. Рухани сығып киткәс, Кунин нисек итеп руханиға ярҙам итеү тураһында уйлана башлай. Отец Яков өҫтөнән ялыу яҙғаны, йәш сағында юҡҡа-барға аҡса түккәне өсөн Кунинға бик ныҡ оят булып китә. Ошоноң менән уның ауыл халҡына ярҙам итеп, файҙа килтерергә тигән уйҙары юҡҡа сыға.

  • Чехов А. П. Кошмар // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Статья «Беллетристы последнего времени». «Вестник Европы», 1887, № 12 стр. 774
  2. «Труд», 1895, № 1, стр. 207—208
  3. «Книжный вестник», 1890, № 7, стр. 309—310