Ҡоро күпер
Ҡоро күпер (груз.მშრალი ხიდი) — Тбилисиҙа Кураның элекке тармағы өҫтөндәге күпер, хәҙер күмелгән һәм Звадиа Гамсахурдиа урамының өлөшө булып тора. Сааррбрюкен күпере менән бергә Кура һәм Мтацминда районынан Чугурети районына йәнәш урынлашҡан урамдар аша күпер юл үткәргесенең өлөшө булып тора.
Ҡоро күпер | |
груз. მშრალი ხიდი | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Ҡоро күпер Викимилектә |
Күпер менән йәнәш баҙар урынлашҡан. . Тбилисиҙың иҫтәлекле урыны.
Исеме
үҙгәртергәБашта күпер Бәләкәй Михайлов күпере тип атала (сөнки Ҙур Михайлов күперенең дауамы була) йәки Воронцов күпере (Кавказ наместнигы М С. Воронцов исеме менән). XX быуат башында Николаев исемен йөрөтә . Совет осоронда Карл Маркстың Бәләкәй күпере тип атала. 1933 йылда күпер аҫтындағы йылға юлы киптерелә һәм элекке үҙән буйлап урам һалына, шунан һуң күперҙе Ҡоро күпер тип йөрөтә башлайҙар[1].
Тарихы
үҙгәртергә1848—1851 йылдарҙа итальян архитекторы Дж. Скудьери проекты буйынса төҙөлә. Бәләкәй күпер «Мадатов утрауына» алып бара (утрау — кенәз Орбелианиҙың шәхси милеге була, XIX быуатта был утрауҙы кенәз, рус армияһы генералы, 1812 йыл һуғышы һәм Кавказдағы һуғышы геройы Валериан Григорьевич Мадатов һатып ала, шул ваҡыттан башлап Тбилиси халҡы уны «Мадатов утрауы», ә Бәләкәй күперҙе — «Мадатов күпере» тип йөрөтә[2]). Ошо күперҙең дауамы булып Кура аша «Ҙур Михайлов күпере» тора. 1883 йылдың 25 февралендә күпер аша ҡалала беренсе конка маршруты үтә.
1933 йылда күпер аҫтындағы һыу юлы киптерелә һәм элекке йырҙа буйынса урам һалына. 1962 йылда инженер Г. Карцивадзе һәм архитекторҙар Ш.Д. Кавлашвили, В.К. Куртишвили һәм Г.В. Мелкадзе проекты буйынса күпергә капиталь ремонт яһала[3][4]. 1980 йылдар аҙағында — 1990-йылдар башында күпер янында баҙар барлыҡҡа килә[1].
Конструкцияһы
үҙгәртергәКүпер бер тороҡло аркалы. Тороғо 32-метрлы ҡумталы көмбәҙ менән ҡапланған. Күпер яҫы грузин кирбесенән төҙөлгән, аркалары таш менән көпләнгән[5]. Күпер автотранспорт һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән. Яндауыр кәртәләр металдан, терәктәрендә таш парапет менән тамамлана. .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Кама Рзаева. Сухой мост из Тбилиси в прошлое . GeorgiaTimes.info (3 август 2012). Дата обращения: 22 май 2016.
- ↑ Sputnik. Тифлисский Пески: творения Фуксаса и неосуществленный проект . sputnik-georgia.ru. Дата обращения: 4 февраль 2019.
- ↑ Пунин А. Л. Архитектура отечественных мостов. — Л.: Стройиздат, 1982. — С. 37. — 152 с.
- ↑ Архитектурный ансамбль мостов Тбилиси, 1975, с. 72
- ↑ Архитектурный ансамбль мостов Тбилиси, 1975, с. 65
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архитектура Тбилиси / Квирквелия Т. Р. — М.: Стройиздат, 1984. — 311 с. — 17 500 экз.
- Пунин А. Л. Архитектурный ансамбль мостов Тбилиси // Сборник трудов ЛИСИ «Исследование экономичности и долговечности мостовых сооружений». — Л., 1975. — № 96. — С. 63—68.
- Михайловский мост в Тифлисе // Кавказский календарь. — 1857. — С. 511—512.
- Николаи Л. Ф. Краткие исторические данные о развитии мостового дела в России. — СПб., 1898. — С. 81—82. — 119 с.
- Маслаковец К. Михайловский мост на реке Куре в Тифлисе // Журнал Главного управления путей сообщения и публичных зданий. — СПб., 1862. — № 1. — С. 1—16.