Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы (1904-31.10.1942) — ҡыҙылармеец, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1942 йылдың 31 октябрендә һәләк булған[1].
Ҡорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1904 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 31 октябрь 1942 |
Вафат булған урыны | Малые Пруды[d], Прудовское сельское поселение[d], Новосильский район[d], Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Биографияһы
үҙгәртергәШайкамал Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1904 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) ҡараған Илсекәй ауылында тыуған.
1941 йылда Малаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
Хәрби юлы
үҙгәртергәТәүҙә ҡыҙылармеец Шайкамал Ҡорбанғәлиев 771 уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Был хәрби частан 1942 йылдың 17 июлендә күсерелгән, «Халыҡ хәтере» сайтында «хөкөм ителгән» тигән яҙыу ҙа бар.
Һуңғы хеҙмәт урыны — 137 уҡсылар дивизияһы.
1942 йылдың 31 октябрендә һәләк була.
Орёл өлкәһе Новосильский районы Прудовский ауыл Советы составына ингән Малые Пруды ауылы янындағы урмандың көнбайыш сигендә яңғыҙ ҡәбер яңғыҙ ҡәберҙә ерләнгән[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергәШайкамал Хисаметдин улының ғаиләһе була. Ҡатыны Нәзифә Әбдрафиҡ ҡыҙы. Ҡыҙы Нәүбиә, улы Вәлит.
Хәтер
үҙгәртергәҠорбанғәлиев Шайкамал Хисаметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәЦАМО Фонд: 58 Опись: 18001 Дело: 158