Ҡоншаҡ (тимер юл станцияһы ҡасабаһы)

Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының тимер юл станцияһы ҡасабаһы. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе составына инә

ҠоншаҡРәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының тимер юл станцияһы ҡасабаһы. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡоншаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡоншаҡ районы
Халыҡ һаны 57 кеше (2002)[1],
67 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456730
Карта
 Ҡоншаҡ Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ҡоншаҡ тимер юл станцияһы үҙәгенең координаталары — 55°40' төньяҡ киңлеге һәм 61°35' көнсығыш оҙонлоғо.

Көньяҡ Урал тимер юлының 5-се класлы аралаш станцияһы. Был урынлашҡан линия СиләбеКаменский-Уральский линияһында урынлашҡан. Ҡоншаҡтан, район үҙәгенең 5 километрҙа, көньяҡ-көнсығышында.

1956 йылда Силәбе-Синара тимер юл линияһынң үткәреү мөмкинлеген көсәйтер өсөн асылған. Ҡасаба ҡарамағындағы тимер юл станцияһында 1997 йылда 56, 2002 йылда — 57 кеше йәшәгән. Ҡоншаҡ станцияһы аша Екатеринбург йүнәлешенең йөк, пассажир һәм ҡала яны поездары йөрөй. Төбәк буйлап һәм алыҫ араға йөрөүсе поездарға (багаж операциялары башҡарылмай) билеттар һатыла[3].

Этимология

үҙгәртергә

Ҡоншаҡ атамаһы тураһында халыҡ араһында легенда таралған.

Алыҫ илдәрҙән китеп барған карауан төнгә табан бер матур күл эргәһендә туҡтай. Һәм аҡһаҡал: «Ҡунасаҡбыҙ!», — ти.

Иртән иртүк аҡһаҡал зәңгәр күл янында зәңгәр кейем кейгән бер кешене күрә. Ҡамыш һелтәп, балыҡтарҙы ярға ҡыуып йөрөй, ти. Балыҡ көтөүсеһе, тип атарға була. «Күл балығын бөтә күңелең менән ҡабул ит», — ти зәңгәр кейемле кеше аҡһаҡалға.

Ҡунаҡсыл тәҡдим аҡһаҡалға, әлбиттә, оҡшай. Был тирәләге күлдәрҙә балыҡ мыжғып торғанын аңлай ул. Һәм аҡһаҡал ихласлап: «Ҡунасаҡбыҙ!» — тип яуаплай, йәғни тағы бер төн ҡунырға ҡала карауан.

Икенсе иртәлә аҡһаҡал тағы бер күренешкә ғәжәпләнә: гел йәшелдән кейенгән берәү урман яғынан килә. Һәм ул аҡһаҡалға ҡып-ҡыҙыл еләк менән өйәләмә тулған тырыз тоттора. Аҡһаҡал, әлбиттә, бындағы урмандарҙа еләк мул уңыш биргәнен аңлай. Һәм йәнә: «Ҡунасаҡ-быҙ!», ти. Тағы бер төн ҡунырға ҡалалар.

Ә өсөнсө иртәлә аҡһаҡал ҡаршыһында ялтырап торған алтын төҫтәге кейем кейгән кеше хасил була. Уның ҡосағында — алтын көлтә. Һәм аҡһаҡал бындағы халыҡ икмәкһеҙ йәшәмәгәнен аңлай.

«Ҡайҙа нимә эҙләп йөрөргә һуң? Бында — бар нимә бар. Кешеләр ҙә яҡшы күңелле. Ҡунасаҡ-быҙ!», йәғни бында йәшәйәсәкбеҙ, тигән ҡарарға килә.

«Ҡоншаҡ» атамаһы шулай килеп сыҡҡан икән тиҙәр[4].

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2010[6]
5767

1997 йылда — 56, 2002 йылда — 57 кеше йәшәй.

Урамдары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә