Ҡондоҙло (Шаҙы ҡушылдығы)
Ҡондоҙло йылғаһы — Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы Оло Шаҙы ауылы биләмәһендә аҡҡан бәләкәй йылға. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән.
Географияһы
үҙгәртергәЙылғаның башы Оло Шаҙы ауылының көнсығыш өлөшөнән, йәғни Иштебай ауылы яғынан баш ала. Ул ауыл ситенән, тау-таш араһынан ағып сығып ауыл эсенә инә һәм Шаҙы йылғаһына ҡоя. Ҡондоҙло йылғаһының башы «Сәй һыуы» шишмәһенән башлана. Шишмәнең һыуы тәмле булғанға күрә элек ауыл халҡы был шишмәгә сәйгә һыу алырға йөрөгән. Йылға тиҙ ағышлы, бормаланып аға. Ҡондоҙло йылғаһының оҙонлоғо 4,3 км. Йылғаның киңлеге 3 метрҙан 5 метрға тиклем. Урыны менән 8 метрға еткән урындары ла бар. Йылғаның төбө тигеҙһеҙ. Шаҙы йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Шаҙы йылғаһы ауыл уртаһынан аҡҡан йылға. «Ҡондоҙло» йылғаһы уртаса һыулы. Башлыса ҡар һыуҙары менән, шулай уҡ ер аҫты һәм ямғыр һыуҙары менән туйына. Ҡыш көнө туңмай.[1]
Этимологияһы
үҙгәртергәҠондоҙло йылғаһының исеме «ҡондоҙ» (бобр) һүҙенән алынған. Элек был йылғала ҡондоҙҙар күп булған, шуға күрә лә ауыл халҡы уны «Ҡондоҙло» тип атаған.
Тәбиғәт
үҙгәртергәҠондоҙло йылғаһында бәрҙе, шамбы балыҡтары, ер-һыу аҫты йәнлектәре ҡондоҙ, ҡыҫалалар булған. Әммә 1954 йылда нефть скважинаһын быраулау сәбәпле күп балыҡтар, йәнлектәр юғалған. Әлеге ваҡытта балыҡтар бар, әммә аҙ. Йылға ярҙарында һаҙлыҡлы урындарҙа тәлмәрйен, йыландар күрергә мөмкин. Һыу үҫемлектәре һай һыулы урындарҙа үҫә. «Ҡондоҙло» йылғаһының ярҙарында бөтнөк, ҡамыш, тал ағастары үҫә.[1]