Ҡом һайыҫҡаны
Ҡом һайҫҡаны | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Haematopus ostralegus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Ҡом һайҫҡаны( урыҫ.Кули́к-соро́ка) (лат. Haematopus ostralegus)— ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡойроҡл оҡыҙыл аяҡлы, ҡыҙыл суҡышлы ҡара-ала ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144068 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәСыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ғәҙәттә, башын батырыңҡырап, һыңар аяғында тора. Яҡшы йөҙә, сума. Кәүҙәһенең өҫ яғы ҡара. Түшенең аҫҡы яғы, ҡорһағы, ҡойроҡаҫты, ҡанаттарындағы һыҙыҡтар, күҙҙәренең аҫты сағыу аҡ. Суҡышы, күҙ ҡабаҡтары ҡыҙғылт һары. Аяҡтары ҡыһыл. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы яңғырауыҡлы: "кип-кип" йәки "клип- клип".
Туҡланыуы
үҙгәртергәҠусҡарҙар, бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Аҙығын башлыса таштарҙы әйләндереп таба.
Йәшәү урыны һәм үрсеүе
үҙгәртергәҠырсынлы һәм ҡомло һөҙәк ярҙарҙа йәшәй.Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡомлоҡта йәки ҡырсын таштарҙа оялай. Ҡара көрән таптар менән сыбарланған 2-4 бөртөк көрәнһыу һоро йомортҡаһы була.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төрҙөң статусы күрһәтелмәгән | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
{{|de}}
{{|sv}}