Ҡолой Балтасов

1771—73 йылдарҙа Польша походы ҡатнышыусыһы, 1773–75 йылдарҙа Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы.

Ҡолой Балтасов — 1771—73 йылдарҙағы Польша походында, 1773-75 йылдарҙа Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы.

Ҡолой Балтасов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Себер даруғаһы
Иҫке Балтас
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Биографияһы һәм эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡолой Балтасов Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусының (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Ҡара-Табын улусы) Иҫке Балтас (Ҡолой) (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Иҫке Балтас ауылы) башҡорттарынан[1]. 1762 йылдан шул уҡ улустың старшинаһы; 1773 йылда уның командаһында 164 ихата иҫәпләнгән. Төрөк һәм урыҫ телдәренә эйә булған. 1761-71 йылдарҙа бер нисә тапҡыр Себер һәм Ырымбур һыҙыҡтарында хеҙмәт иткән башҡорт отрядтары менән етәкселек иткән[1]. 1771 йылдың февраль-май айҙарында үҙҙәренең тарихи Джунгария (Ҡытай) иленә ҡайтыусы Иҙел буйы ҡалмыҡтарын эҙәрлекләүҙә ҡатнаша. Ырымбур губернаторы генерал‑поручик И. А. Рейнсдорп Ҡолой Балтасовты башҡорт ғәскәренең баш начальнигы итеп тәғәйенләй. 1772 йылдың ғинуарында башҡорт ғәскәрҙәре башында (3 мең кеше) рус армияһының Польша экспедицияһы составында Речь Посполитаялағы Бар конфедерацияһы ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Корпус командующийы генерал-аншеф А. И. Бибиков тарафынан көмөш тирәстә ҡылыс менән бүләкләнә. 1773—75 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1773 ноябрендә — 1774 йылдың мартында Өфөнө баш күтәреүселәрҙән һаҡлауҙа ҡатнаша, уларҙы баҫтырғандан һуң башҡорт һәм мишәр отряды (200 кеше) башында подполковник И. И. Михельсон деташментына ҡушыла, тиҙҙән Михельсон уны Ҡазан һәм Уҫы даруғалары территорияһында эш иткән секунд-майор О. И. Дувеға ебәрә. Май-июнь айҙарында Ҡолой Балтасов отряды Бөрө янындағы баш күтәреүселәр менән һуғышта, Әнгәсәк араҡы ҡыуыу заводында, Ағиҙел, Танып, Ҡама йылғалары кисеүҙәре һуғыштарында ҡатнаша (6 тапҡыр яралана). Йәй Ҡолой Балтасов отряды поручик И. Я. Яворский һәм капитан А. В. Мельгунов командалары составында Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында эш итә. Август аҙағында баш күтәреүселәрҙең язалау эштәрен туҡтатыу тураһында мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырып, сентябрь уртаһында Ишмөхәммәт Сөләймәнов менән берлектә үҙенең отряды менән подполковник И. К. Рылеев командаһына ҡушыла. 22 сентябрҙә Себер даруғаһы Ҡыр-Танып улусының Нөркә ауылы эргәһендә (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Нөркә ауылы) Салауат Юлаев ғәскәре менән һуғышта ҡатнаша (см. Бои 18 и 22 сентября 1774). Ҡолой Балтасовты тотоу өсөн «Пугачёв 500 һум бирергә… вәғәҙә итә» [1774 йылдың 16 октябрендә Өфө провинцияһы канцелярияһының Ырымбур губернаторына рапорты //ГАОО. Ф.3, оп.1, д.141, л.146]. Үс алыуҙарынан ҡурҡып, Ҡолой Балтасов провинция канцелярияһынан баш күтәреүселәрҙең төп көстәре урынлашҡан Себер даруғаһынан даими ғәскәрҙәрҙе сығармауҙы һорай. Әммә властар уны халыҡ асыуынан һаҡлап алып ҡала алмай. Ул баш күтәреүселәр тарафынан ҡаты яза ала —ғаилә ағзалары үлтерелә, йорто һәм хужалығы юҡҡа сыға. Өфө воеводаһы А. Н. Борисов старшинаның уны Ҡазанға генерал-майор П. С. Потемкинға ебәреүе тураһында 7 октябрҙәге үтенесен ҡәнәғәтләндерә, уның протекцияһында Ҡолой Балтасов «ғали йәнәптәренең шәфҡәт күрһәтеү билдәләренә» өмөт итә. Потемкин уны Мәскәүгә Е. И. Пугачев һәм уның яҡын көрәштәштәре өҫтөнән «генераль» тикшереүгә алып китә. 1775 йыл башында Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү барышында шаһит булараҡ ҡатнаша. Тикшереүҙә һәм суд ваҡытында Салауат Юлаев өҫтөнән ғәйепләүҙә шаһит булып сығыш яһай[2]. 1775 йылдың 4 мартында Ҡолой Балтасов һорау алыуҙа Салауат Юлаев өҫтөнән күрһәтмәләр бирә. Тоғро хеҙмәте һәм күргән зыяндары өсөн Ҡолой Балтасов Екатерина II хөкүмәтенән 2 мең күләмендә аҡса ала, 1775 йылдың июнендә генерал-аншеф П. И. Панин уны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләй. Башҡортостанға ҡайтыу менән Ҡолой Балтасов оҙаҡ ваҡыт «мөһим начальник» сифатында ҡабул ителә. Польша походы ваҡытында хеҙмәт вазифаларын артыҡ файҙаланыуҙа күренә (ябай башҡорттарҙың эш хаҡын үҙләштерә). Иң бай башҡорттарҙың береһе кеүек билдәле, был 1780 йылда төҙөлгән «старшина Ҡолой Балтасовтың тартып алынған мөлкәте реестрынан» һәм уның ростовщик операциялары документтары менән раҫлана. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[2]. Ҡолой Балтасов «Салауат менән Балтас» риүәйәтендә телгә алына[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • РГАДА. Ф.6, оп.1, д.516, ч.3, л.202об.; ф.1274, оп.1, д.203, л.50,51; ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60-63; ГАОО. Ф.3, оп.1, д.121, л.145-148; Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев: Исследование документальных источников. Уфа, 2004.
  • Гвоздикова И. М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е. И. Пугачёва. Уфа, 1999.
  • Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә