Ҡаҙағстан энергетикаһы
Ҡаҙағстан энергетика ресурстарының (нефть, газ, күмер, уран) ҙур запастарына эйә һәм энергетика державаһы булып тора.
Ҡаҙағстан энергетикаһы | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Ҡаҙағстан энергетикаһы Викимилектә |
2017 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстанда электр энергияһын етештереү күләме 103,14 млрд кВт·сәғ (2018 йыл йомғаҡтары буйынса 106,8 млрд кВт·сәғ[1]) тәшкил итә. Ҡаҙағстан электр энергияһын нетто-экспортлаусы булып тора. 2017 йылда электр энергияһы артыҡ етештереү 4,53 млрд кВт⋅сәғ тәшкил итә.
Электр энергияһын етештереү
үҙгәртергәҠаҙағстандың бөтә электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 18 992.7 МВт электр энергияһы тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек электр станцияларының етештереүе ҡуйылған ҡеүәтенә өлгәшмәй. Электр станциялары тибы буйынса электр энергияһын етештереү түбәндәгесә:
- ТЭС (йылылыҡ-электр станцияһы) — 87,7 %;
- КЭС (конденсацион электр станцияһы) — 48,9 %;
- ТЭЦ (йылылыҡ-электр үҙәге) — 36,6 %;
- ГТЭС (газ-турбиналы электр станцияһы) — 2,3 %;
- ГЭС (гидроэлектростанция) — 12,3 %.
Ҡаҙағстанда Электр энергияһының яҡынса 70 проценты, электр күмер ярҙамында, 14,6 проценты — гидроресурстарҙан, 10,6 проценты — газдан һәм 4,9 проценты — нефть ярҙамында алына.
Йылылыҡ энергетикаһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда электр энергияһының төп күләме Икебаштоҙ, Майкубен, Турғай һәм Ҡарағанды бассейндары күмерендә эшләгән 37 йылылыҡ-электр станцияларында етештерелә. Ҡаҙағстандағы иң эре Икебаштоҙ 1-се газ-турбиналы электр станцияһында 8 энергоблок эшләй, уларҙың һәр береһенең ҡуйылған ҡеүәте 500 МВт-ға тигеҙ. 2015 йылдың 1 ғинуарына станцияның ҡуйылған ҡеүәте 4000 МВт тәшкил итә[2]. Аҡһыу (Ермаковский) ГРЭС-ы — электр энергияһын иң күп күләмдә етештергән станция. 2006 йылда был станция Ҡаҙағстанда етештерелгән бөтә электр энергияһының 16 процентын эшләп сығара.
Атом энергияһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда ҡеүәте 350 МВт булған һәм реакторы тиҙ нейтрондарҙа эшләгән берҙән-бер атом электр станцияһы Аҡтау ҡалаһында урынлашҡан. Атом электр станцияһы 1973—1999 йылдарҙа эшләй. МАГАТЭ мәғлүмәттәре буйынса, илдәге уран запастары 900 мең тонна тип баһалана, шуға ҡарамаҫтан әлеге ваҡытта Ҡаҙағстанда атом энергияһы ҡулланылмай. Төп ятҡылыҡтар Ҡаҙағстандың көньяғында (Төркөстан һәм Ҡыҙылурҙа өлкәһе), көнбайышта Манғыстауҙа, төньяҡта Семизбай ятҡылығында урынлашҡан.
Хәҙер ҡеүәте 600 МВт булған яңы атом электр станцияһын Аҡтау ҡалаһында төҙөү тураһындағы мәсьәлә ҡарала. Илдә яҡынса 5 тикшеренеү ядро реакторы файҙаланыла.
2010 йылда, энергетика ҡеүәттәрен арттырыу маҡсатында, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан атом электр станцияһын төҙөү тураһындағы килешеүгә өлгәште, ләкин Невада-Семипалатинск антиядро хәрәкәте был килешеүгә ҡаршы сығыш яһай.
2018 йылда Ҡаҙаҡстанда 2 атом электр станцияһын төҙөү ҡаралған булған[3]:
- Курчатов — Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге ҡала;
- Өлкән — Алматы өлкәһендәге ҡасаба, Балхаш күле буйында ята.
Гидроэлектр энергияһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда гидроресурстар ҙа байтаҡ, теоретик яҡтан ҡарағанда илдәге гидроресурстарҙың ҡеүәте 170 млрд кВт·сәғ тәшкил итә. Төп йылғалар: Иртыш, Или һәм Һырдаръя. Иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле гидроресурстар, нигеҙҙә, илдең көнсығышында (таулы Алтай) һәм көньяғында тупланған. Ҙур ГЭС-тар: Бухтарминск, Шульбинск, Усть-Каменогорск (Иртыш йылғаһында) һәм Капчагай (йылға Или йылғаһында) — Илдең Электер энергияһына ихтыяжын 10 проценҡа тәьмин итә.
Яҡын киләсәктә Ҡаҙағстанда гидроресуртарҙы ҡулланыуҙы арттырыу планлаштырыла. 2011 йылдың декабрендә Муйнаҡ ГЭС-ы (300 МВт) сафҡа инеп эшләй башлай[4], Булаҡ (80 МВт) ГЭС-ын, Ҡырбүләк ГЭС-ын (50 МВт) һәм бер нисә бәләкәй ГЭС-ты төҙөү планлаштырыла.
Традицион булмаған сығанаҡтарҙы ҡайтанан ҡулланыу
үҙгәртергәДөйөм электр энергияһы етештереҙә традицион булмаған энергоресурстарҙы яңынан ҡулланыуҙың удель ауырлығы 0,2 проценттан артыҡ түгел.
2018 йылдың беренсе яртыһында ҡайтанан ҡулланған сығанаҡтар объекттарының ҡуйылған ҡеүәте — 427,5 МВт булды. Кесе ГЭС-тарҙа —198,2 МВт; ел электр станцияларында — 121,45 МВт; ҡояш электр станцияларында — 107,56 МВт; биоэлектрстанцияларында 3 мең кВт-ҡа етте.[5] 2020йылда ҡояш электр станцияларының ҡеүәте — 697 МВт, ел электр станцияларҙыҡы — 336 МВт, гидро — һәм биоэнергетикала эшләгәндәрендә — 224 МВт булды.[6]
Ел энергетикаһы
үҙгәртергәТәбиғәт шарттары ҡулай булыуға ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстанда ел энергетикаһын бик аҙ үҫешкән. Мәҫәлән, Джунғар ҡапҡаһы районында һәм Чилик коридорында елдең уртаса тиҙлеге секундына 5 метрҙан 9 метрға барып етә.
2011 йылдың декабрендә Жамбыл өлкәһендә Ҡаҙағстанда ҡеүәте 1 500 кВтҡа еткән тәүге ел электр станцияһы —Ҡорҙай ел электр станцияһы (беренсе сираты) файҙаланыуға тапшырыла[7][8]. 2014 йылдың 9 декабрендә 9 ел генераторҙарынан торған беренсе эта төҙөлә, ул станцияның ҡеүәте 9 МВт-ға арттыра[9].
Ҡоҙай районында шулай уҡ ҡеүәте 21 МВт-ға тигеҙ булған икенсе сиратын төҙөү тамамланыуға яҡынлай[10].
2013 йылдың октябрендә ел ҡеүәте 45 МВт булған Ереймәнтау ел электр станцияһы нигеҙенә капсула һалына[11].
Ел ҡеүәте 400 МВт булған Жанатас ел электр станцияһының (Жамбыл өлкәһе): ел ҡеүәте 200 МВт булған Шокпар ел электр станцияһының (Жамбылский өлкәһе) проекттары эшләнә.[10]
Ҡояш энергетикаһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда ҡояш энергияһы ла бик аҙ файҙаланыла, ә бит йылына ҡояш нурҙарының оҙайлығы 2200-3000 тәшкил итә, бер йылға баһаланған ҡеүәт бер кв. метрға 1300—1800 кВт-ға етә.
2010 йылда KazPV проектына старт бирелә, уның маҡсаты — Ҡаҙағстан кремнийы нигеҙендә фотоэлектрик модулдәрҙе тулыһынса вертикаль-интеграциялап етештереү. KazSilicon кремнийҙы Уштүбә ҡалаһында (Алматы өлкәһе) сығара. Kazakhstan Solar Silicon Усть-Каменогорскиҙа сеймалды эшкәртә һәм кремний күҙәүҙәрен етештереүҙе тормошҡа ашыра. Астаналағы Astana Solar предприятиеһв эшкәртеү циклының һуңғы дәрәжәһен тормоҡа ашыра — фотоэлектрик модулдәрҙе йыя.
2012 йыл аҙағына Жамбыл өлкәһенең Ҡорҙай районда ҡояш электр станцияһының беренсе сираты — «Отар» (беренсе сираты), ҡеүәте — 504 кВт, проект ҡеүәте 7 МВт сафҡа индерелә[12].
2013 йылдың 20 декабрендә «Көслө Ҡаҙағстан — бергә төҙөйбөҙ!» дөйөм милли телемост барышында 2 мегаватт ҡеүәтендәге Ҡапшағай ҡояш электр станцияһына (Алматы өлкәһе, Ҡапшағай ҡалаһы) старт бирелә, бында ҡояшты күҙәтеү технологияһы ҡулланыла. Проектты «Samruk-Green Energy» ТОО-һының «Самрук-Энерго» Кесе компанияһы тормошҡа ашыра.
2020 йылдың 1 октябренә Ҡаҙағстанда ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 839 МВт тәшкил итә.[13]
Электр энергияһын ҡулланыу
үҙгәртергәЭлектр энергияһын ҡулланыусылар:
- сәнәғәт — 59 %
- йорт хужалығы — 9,3 %
- хеҙмәт күрһәтеү секторы — 8 %
- транспорт — 6 %
- ауыл хужалығы — 2 процент.
Электр селтәрҙәре
үҙгәртергәҠаҙағстан Республикаһында дөйөм ҡулланылыштағы электр селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо түбәндәгесә тәшкил итә:
- 1150 кВ көсөргәнешле селтәрҙә . — 1,4 мең км (әлеге ваҡытта 500 кВ көсөргәнеш менән ҡулланыла)
- 500 кВ көсөргәнешле селтәрҙә — 7,4 мең км тирәһе
- 330 кВ көсөргәнешле селтәрҙә — 1,8 мең км-нан ашыу
- 220 кВ көсөргәнешле селтәрҙә — 20,2 мең км-нан ашыу
- 110 кВ көсөргәнешле селтәрҙә — 44,5 мең км тирәһе
- 35 кВ кВ көсөргәнешле селтәрҙә — 62 мең км-нан ашыу
- 6-10 кВ көсөргәнешле селтәрҙәс — яҡынса мең 204 км тирәһе
Электр энергияһын тапшырыу һәм бүлеү барышында юғалтыуҙар 21,5 процентҡа етә.
Ҡаҙағстандың электр линиялары һәм бүлеү селтәрҙәре өс өлөшкә бүленә: икеһе төньяҡта һәм береһе көньяҡта, уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа тышҡы энергетика системаһы (төньяҡта Рәсәй Берҙәм энергетика системаһы һәм көньяҡта Урта Азия берләштерелгән энергетика системаһы) менән тоташтырылған. Был системалар үҙ-ара тик бер генә линия аша тоташа. Хәҙерге ваҡытта Төньяҡ һәм Көньяҡ энергосистемаларын берләштерә торған икенсе линия төҙөлә, Көнбайыш энергосистемаһын Төньяҡ энергосистемаһы менән тоташтырыусы линияны төҙөү мөмкинлеге лә ҡарала.
Газификация
үҙгәртергәГазификация — дәүләт сәйәсәтенең энергетика өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Был йүнәлеште үҫтереп, хөкүмәт бер ыңғайҙан халыҡты яғыулыҡ менән тәьмин итеү һәм тирә-йүндәге мөхитте һаҡлау проблемаларын хәл итергә тырыша.
Ҡаҙағстан энергетика министрлығы мәғлүмәттәре буйынса , 2015 йылда газ үткәреү кимәле 42,98 процент булһа, 2019 йыл аҙағынаса 51 процентҡа етә. Бындай үҫеш яңы газ торбаларын һуҙыуҙы тәьмин итә, уларҙың иң ҙурһы — оҙонлоғо 1000 км-нан ашыу булған"Һарыарҡа" газ торбалары магистрале, ул газ яһау мөмкинлеге Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы — Астанаға газ үткәреү мөмкинлеген бирә[14]. 2019 йылдың декабрендә газ үткәргес төҙөлөшөнөң беренсе этабы рәсми рәүештә файҙаланыуға тапшырыла. Милли энергетика доклады мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда, «Һарыарҡа» газ үткәргесе төҙөлөшөн тулыһынса тамамлағандан һуң, 14 өлкә һәм республика әһәмиәтендәге бөтә ҡалалар ҙа селтәр газы менән тәьмин ителәсәк. Астана, Жезказган, Ҡарағанды ҡалаларында һәм газ үткәргес торбалары һалынған башҡа тораҡ пункттарында дөйөм алғанда 2,7 миллиондан ашыу кеше газ менән ҡулланасаҡ[15].
2020 йылдың 1 ғинуарына илдә газ үткәреү 51,47 процент тәшкил итә, йәғни 9,5 млн кеше газды тотона ала. 2020 йыл аҙағына газификация кимәленең 53,07 процентҡа етеүе көтөлә.[16]
2020 йылға халҡы газды файҙаланған төбәктәрҙә газификация кимәле 90 проценттан ашыу тәшкил итә. Бына ул өлкәләр: Атырау өлкәһе (99,6 %), Манғыштау өлкәһе (99,0 %), Алматы (98,8 %), КөнбайышҠаҙағстан өлкәһе (96,2 %), Шымкент (92,1 процент) һәм Аҡтүбә өлкәһе (90,1 %). Илдең 6 162 тораҡ пунктының 1 468-ҙенә газ үткәрелгән йәғни 24 процентына[16]
Ҡаҙағстан газ үткәргестәренең милли операторы булған «КазТрансГаз» акционер йәмғиәте дәүләт компанияһы оҙонлоғо 19 мең километрҙан ашыу магистраль газ үткәргестәр һәм 48 мең километрҙан ашыу газ бүлеү селтәрҙәре менән идара итә[15].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Чокин, Шафик Чокинович — Ҡаҙағстандың эре ғалим-энергетигы.
- Ҡаҙағстан электр станцияһы исемлеге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Год в минус — Евразийский Банк Развития 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ После реконструкции энергоблока мощность Экибастузской ГРЭС-1 достигла 3500 МВт 2018 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ В Казахстане собираются строить две АЭС
- ↑ Глава государства дал старт работе Мойнакской ГЭС 2012 йыл 23 май архивланған.
- ↑ В Казахстане выросла выработка зелёной электроэнергии
- ↑ Более 70 % электричества в Казахстане по-прежнему производят угольные электростанции
- ↑ В Жамбылской области введена в эксплуатацию первая очередь Кордайской ветроэлектростанции
- ↑ В Казахстане запущена в работу Кордайская ветроэлектростанция
- ↑ Построен первый этап проекта из 9 ветрогенераторов
- ↑ 10,0 10,1 В Жамбылской области завершается строительство ветроэлектростанции мощностью в 21 мегаватт 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ В РК состоялась церемония закладки капсулы первой крупной ветряной электростанции . Дата обращения: 21 октябрь 2013. Архивировано 21 октябрь 2013 года.
- ↑ ТОО «КазЭкоВатт» запустило в Кордайском районе первую очередь единственной в республике солнечной электростанции «Отар» 2017 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Казахстан вошел в число лидеров по переходу на солнечную энергетику в СНГ
- ↑ Главные события в экономике Казахстана в 2019 году. Обзор Informburo.kz (30 декабрь 2019). Дата обращения: 13 февраль 2020.
- ↑ 15,0 15,1 Национальный энергетический доклад Kazenergy за 2019 год . Дата обращения: 11 февраль 2020.
- ↑ 16,0 16,1 В Казахстане — избыток газа. Но восток страны газифицируют за счёт России
Һылтанмалар
үҙгәртергә- EEnergy.Media — информационно-отраслевой ресурс
- Энергетика Евразии — информационно-аналитический, отраслевой журнал
- сайт продажи электроэнергии «Казахстанский Оператор Рынка Электроэнергии и Мощности» (рус.) (инг.)
- сайт проекта «Power Kazakhstan» (рус.) (инг.)
- Энергетика Казахстана(обзор различных аспектов) 2014 йыл 3 июль архивланған.
- сайт ТОО «Мангистауский Атомно-Энергетический Комбинат — Казатомпром» (рус.) (инг.)
- сайт Журнала «Энергетика и коммунальное хозяйство РК» (рус.) (инг.)
- Топливно-энергетический комплекс Республики Казахстан и его экспортный потенциал 2014 йыл 28 октябрь архивланған.