Ҡаҙағстан Республикаһының Үҙәк Дәүләт музейы
Ҡаҙағстан Республикаһының Үҙәк Дәүләт музейы (ҡаҙ.) — Алматы ҡалаһында урынлашҡан. Ҡаҙағстанда ҙур һәм иң боронғо музейҙарының береһе. Фонд коллекцияларында 300 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнә[1].
Ҡаҙағстан Республикаһының Үҙәк Дәүләт музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1931 |
---|---|
Атамаһы | Қазақстан Республикасы Мемлекеттік орталық музейі |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Архитектура стиле | советский архитектурный модернизм[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1931 |
Рәсми сайт | csmrk.kz/index.php |
Ҡаҙағстан Республикаһының Үҙәк Дәүләт музейы Викимилектә |
Музейҙың тарихы
үҙгәртергәXIX быуаттың 1930 йылдарында Ырымбур ҡалаһында Неплюев хәрби училище эргәһендә «Ырымбур крайы музейы» ойошторола. Һуңынан музей коллекцияһы фондына Ырымбур крайы музейы коллекцияһы һәм Етеһыу (Семиреченский) өлкә музейы коллекцияһы инә.
1931 йылда музей Алматы ҡалаһының элекке Кафедраль соборы бинаһында урынлаша. 1941 йылдарҙа музей фондына Республика дингә ҡаршы музейы коллекцияһы инә.
1985 йылда хәҙерге бина төҙөлә, хәҙер унда Үҙәк Дәүләт музейы урынлашҡан. Музей комплексы составына Ҡаҙағстандағы сәнғәт әҫәрҙәрен тергеҙеү өҫтөндә эшләгән иң ҙур Реставрациялау үҙәге инә[2].
2005 йылда музей фәнни-тикшеренеү ойошмаһының рәсми статусын ала, был уға тарихи экспедициялар үткәрергә, һәм ойошманың эшмәкәрлеген киңәйтергә мөмкинлек бирә. 2006 йылдан музей «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша[3][4].
2015 йылда музей эшмәкәрлеген Мәҙәниәт үҙәгенә үҙгәртеү буйынса инициатива барлыҡҡа килә, был экспозицияларҙы үҙгәртеүҙе лә үҙ эсенә алырға тейеш. Был тәҡдим музейҙың дәүләт милегенән муниципаль милеккә күсеүе менән бәйле була[5]
Экспозиция залдары
үҙгәртергә- Беренсе экспозиция залы — палеонтология һәм археология залы
- Икенсе экспозиция залы — тарихи этнография залы.
- Өсөнсө зал ике бүлектән тора: «Ҡаҙағстанда йәшәгән халыҡтарҙыңң тарихы һәм этнографияһы» һәм «Ҡаҙағстан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында. 1941—1945».
- Дүртенсе экспозиция залы — «Хәҙерге Ҡаҙағстан» залы
- Бишенсе экспозиция залы — «Асыҡ фонд». Ҡаҙағстандың археологик алтыны.
- Алтынсы экспозиция залы — «Антропология музейы»
- Етенсе экспозиция зал — Хлудов Николай Гаврилович залы.
Музей директорҙары
үҙгәртергәТүбәндә музей директорҙары исемлеге:[6]
- Жиренчин А. М. (1942—1951)
- Есов С. С. (1956—1973)
- Ҡусмәмбәтов Р. И. (1974—1995)
- Дүсәнбинова Г. Б. (1995—1997)
- Жангелдин Т. Е. (1997—1999)
- Нурсан Әлимбайула Әлимбай (1999—хәҙерге ваҡытҡа тиклем)
Музей бинаһы
үҙгәртергәМузей бинаһы 1978 йылдан алып 1985 йылға тиклем төҙөлә. Быға тиклем музей Изге Вознесенский соборында урынлаша.[7]
Проектты ГПИ «Казгорстройпроект» әҙерләй. Архитектура коллективының етәксеһе Ю.Г. Ратушный. Проект авторы булып Б.А. Рзагалиев, Б. И. Никишин, В. И. Слюсарева һәм башҡалар хеҙмәттәшлегендә З.М. Мостафина сығыш яһай[8]
Ҡомартҡы статусы
үҙгәртергә1986 йылдың ғинуарында Алматы ҡалаһы башҡарма комитеты ҡарары менән Үҙәк музей бинаһы мәҙәниәт тарихы ҡомартҡылары исемлегенә индерелә
2010 йылдың 10 ноябрендә Алматы ҡалаһының урындағы әһәмиәтенә эйә булған мәҙәниәт һәм тарих ҡомартҡыларының яңы Дәүләт исемлеге раҫлана, бер үк ваҡытта уға ярашлы алдағы ҡарарҙар көсөн юғалтҡан тип таныла[9]. Был Ҡарарҙа урындағы әһәмиәткә эйә булған музей бинаһы ҡомартҡы статусын һаҡлап ҡала. 2014 йылда һаҡлау зонаһы сиктәре раҫлана[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Официальный сайт Государственного музея Республики Казахстан
- ↑ 900 отреставрированных экспонатов выставлено в Центральном государственном музее Алматы 2019 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ «Ночь в музее» длилась до полуночи
- ↑ В Алматы пройдет «Ночь музеев»
- ↑ Ҡаҙағстандың алматы ҡалаһында иҫке мәҙәни үҙәктең музей яңынан телем.
- ↑ История музея . Оф. сайт ЦГМ Казахстана. Дата обращения: 16 декабрь 2017.
- ↑ Г. Алматы иҫтәлекле. Ҡаҙағстандың үҙәк музей 2019 йыл 7 февраль архивланған.
- ↑ Алматы Музейы. Ҡаҙағстан Республикаһының үҙәк Дәүләт музейы 2019 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Постановление Акимата города Алматы от 10 ноября 2010 года N 4/840 «Об утверждении Государственного списка памятников истории и культуры местного значения города Алматы»
- ↑ Решение ХХХI сессии маслихата города Алматы V созыва от 10 сентября 2014 года N 261 «Об утверждении границ охранных зон, зон регулирования застройки и зон охраняемого природного ландшафта объектов историко-культурного наследия города Алматы»