Ҡаҙағстандағы болгарҙар
Ҡаҙағстандағы болгарҙар (болг. Българи Казахстан, ҡаҙ. Қазақстандағы болгарлар) — Ҡаҙағстандағы аҙ һанлы милли аҙсылыҡтарының береһе. 1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡаҙағстанда 6 915 кеше үҙҙәрен болгар тип атаған[1].
Ҡаҙағстандағы болгарҙар |
Тарихы
үҙгәртергәҠаҙағстанда беренсе болгар күскенселәре 1907 йылда барлыҡҡа килә. Улар — Павлодар өлкәһендә Раздумовка һәм Андриановка ауылдарына, Аҡтүбә өлкәһендә Болгарка ауылына нигеҙ һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаҙағстанға болгарҙарҙың икенсе тулҡыны күсенә. Болгарҙар Ҡаҙағстандың бөтә территорияһында йәшәй, әммә ил буйынса Аҡтүбә һәм Павлодар өлкәләрендә уларҙың һаны юғарыраҡ[2].
Ҡаҙағстандағы Болгария илселеге менән бәйләнештәр булдырған Болгар мәҙәни үҙәге эшләп килә. Болғар диаспораһының Ҡаҙағстанда төпләнеүенең 100-йыллығына Болгарка ауылында яңы мәктәп асыла. Байрам сараларында 15 өлкә этник-мәҙәни берекмәләре вәкилдәре ҡатнаша[2].
Павлодар радиоһында «Български хоризонти» тапшырыуы алып барыла. Болгар телен һәм традицияларын һаҡлап ҡалыу өсөн Павлодар өлкә департаменты ярҙамында «Обичам България» уҡыу әҫбабы сығарыла. Ҡаҙағстанда «Мартенец» һәм «Вяра» фольклор ансамблдәре, «Роксолана» этник мода театры, аҡһаҡалдар Советы һәм «Славяндар» йәштәр берекмәһе эшләп килә. Диаспора тарафынан йәштәрҙе тарихи тыуған яҡта юғары уҡыу йорттарында уҡытыу маҡсатында саралар күрелә[2].
Һаны һәм өлөшө
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбен алыу
үҙгәртергәОшо йылдар эсендә республика әһәмиәтендәге ҡала һәм өлкәләр буйынса халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы болғар халҡының һаны һәм өлөшө:[1][3][4][5]
Һаны | Өлөшө (%) | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1970 | 1979 | 1989 | 1999 | 2009 | 1970 | 1979 | 1989 | 1999 | 2009 | |
Ҡаҙағстан | 10 420 | 10 064 | 10 228 | 6 915 | 4 523 | 0.080 | 0.068 | 0.063 | 0.046 | 0.028 |
Аҡмулла өлкәһе | 372 | 279 | 286 | 208 | 168 | 0.038 | 0.028 | 0.026 | 0.024 | 0.022 |
Аҡтүбә өлкәһе | 1 241 | 1 267 | 1 457 | 1 045 | 689 | 0.225 | 0.200 | 0.198 | 0.153 | 0.090 |
Алматы | 297 | 394 | 402 | 273 | 219 | 0.038 | 0.041 | 0.037 | 0.024 | 0.016 |
Алматы өлкәһе | 690 | 621 | 600 | 405 | 239 | 0.054 | 0.042 | 0.036 | 0.025 | 0.013 |
Астана | 120 | 138 | 147 | 129 | 116 | 0.066 | 0.059 | 0.052 | 0.040 | 0.018 |
Атырау өлкәһе | 1 264 | 973 | 864 | 436 | 257 | 0.371 | 0.260 | 0.203 | 0.099 | 0.050 |
Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе | 988 | 941 | 841 | 524 | 284 | 0.063 | 0.056 | 0.047 | 0.034 | 0.020 |
Жамбыл өлкәһе | 305 | 385 | 325 | 114 | 99 | 0.038 | 0.041 | 0.031 | 0.011 | 0.009 |
Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе | 190 | 174 | 289 | 137 | 84 | 0.037 | 0.029 | 0.045 | 0.022 | 0.014 |
Ҡарағанда өлкәһе | 2 289 | 2 260 | 2 313 | 1 664 | 1 116 | 0.146 | 0.131 | 0.132 | 0.117 | 0.083 |
Ҡостанай өлкәһе | 395 | 360 | 459 | 301 | 159 | 0.040 | 0.033 | 0.037 | 0.029 | 0.017 |
Кызыл Урҙа өлкәһе | 50 | 50 | 36 | 16 | 11 | 0.010 | 0.008 | 0.006 | 0.002 | 0.001 |
Мангғыстау өлкәһе | 88 | 160 | 118 | 79 | 34 | 0.055 | 0.064 | 0.036 | 0.025 | 0.007 |
Павлодар өлкәһе | 1 510 | 1 419 | 1 544 | 1 300 | 907 | 0.216 | 0.175 | 0.163 | 0.161 | 0.122 |
Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе | 123 | 122 | 150 | 101 | 64 | 0.014 | 0.013 | 0.016 | 0.013 | 0.010 |
Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе | 498 | 521 | 397 | 183 | 77 | 0.038 | 0.033 | 0.021 | 0.009 | 0.003 |
Ойошмалар
үҙгәртергәБолгариялағы Дәүләт сит ил болғар агентлығы сайты мәғлүмәттәре буйынса Ҡаҙағстанда 5 болғар ойошмаһы бар — ике мәктәп һәм өс ассоциация[6]
Төрө | Адресы | Баш офис или место |
Булдырыу йылы | Ябылыу йылы | Веб-сайт или блог | |
---|---|---|---|---|---|---|
Ҡаҙағстандағы Болгар мәҙәни үҙәк (йәмәғәт берекмәһе)[6] | ассоциация | дом 58, кв. 73 | Астана | 1994 | ||
«Яңырыу» депортацияланған болгарҙарҙың мәҙәни үҙәге (йәмәғәт берекмәһе)[6] | ассоциация | ул. «Сатпаев» 25, кв. 52 | Атырау | 1997 | ||
Ҡаҙағстандағы «Славяндар» этник болгарҙар йәмәғәт фонды[6] | ассоциация | ул. Астана (бывшая Ленина) 59, каб. 415 | Павлодар | 2002 | ||
Милли яңырыу мәктәбендә болгар бүлексәһе[6] | мәктәп | ул. Торайгырова 99/2[6] | Павлодар | |||
Болгар мәктәбе[6] | мәктәп | Болгарка ауылы (Аҡтүбә өлкәһе) | 1908 |
Шәхестәр
үҙгәртергәҠаҙағстанда тыуған болгар этник сығышлы арҙаҡлы шәхестәр:
- Дымов Олег Григорьевич (1946—2016), сәйәсмән[7]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡаҙағстан халҡы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ethnic composition: 1999 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 30 март 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 assembly
- ↑ Ethnic composition: 1970 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 30 март 2016.
- ↑ Ethnic composition: 1979 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 30 март 2016.
- ↑ Ethnic composition: 1989 census (data for regions) (ингл.). pop-stat.mashke.org. Дата обращения: 30 март 2016.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Болгарские организации в Казахстане, по данным Государственного агентства по болгар за рубежом (болг.). government.bg. Дата обращения: 20 май 2017.
- ↑ „Ние сме последните българи на изток“ (болг.). duma.bg. Дата обращения: 20 май 2017.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Болгары . Ассамблея народа Казахстана. Дата обращения: 30 июнь 2018. 2018 йыл 28 июнь архивланған.