Ҡаҙансы (ырыу)

Башҡорт ырыуы

Ҡаҙансы — Танып башҡорттары составындағы ырыу.

Ҡаҙансы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Этник тарихы

үҙгәртергә

Ҡаҙансылар сығыштары буйынса төркиҙәр. Танып, Ҡаҙансы һәм Ҡайпан ырыуҙарының Башҡортостандың иң төньяғында төпләнеүен әүҙем ҡыпсаҡ миграцияһы дәүере менән бәйләп аңлатырға була.

Асылда Ҡаҙансы һәм Ҡайпан ырыуҙарының Танып ырыуына ҡарата тик территориаль йәһәттән генә мөнәсәбәте бар. Ҡаҙансылар ҙа, ҡайпандар ҙа таныптарҙың аҫаба ерҙәренә сағыштырмаса һуңыраҡ (XV—XVI бб.) килеп төпләнә. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, ҡаҙансы һәм ҡайпан батырҙары Танып ҡыҙҙарына өйләнгәндә, йола буйынса, аҫаба ерҙәр уларға ҡыҙҙың бирнәһе булараҡ бирелә.

Этнонимы

үҙгәртергә

Боронғо шәжәрәләрҙә ҡыпсаҡ бейҙәре араһында Ҡаҙансы бей ҙә атап үтелә. «Ҡорҡот олатайымдың китабында» «Салор-Ҡаҙан» (йәғни «Ҡаҙан хан») — Уғыҙ хандың батыр вариҫтарының береһе, «Баяндур хандың кейәүе, башҡа уғыҙҙар өсөн бәхет» телгә алына. Ҡаҙан хандың исеме башҡа сығанаҡтарҙа ла иҫкә алына.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Башҡорт шәжәрәләре: Танып, Ҡаҙансы, Ҡайпан.

Библиография

үҙгәртергә

Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа.. М, Наука, 1974.