Башҡорт телендәге Wikipedia'ға рәхим итегеҙ!!!

үҙгәртергә

Тик уҡыусылары тарафынан ғына яҙылған һәм идара ителгән ирекле Wikipedia энциклопедияһына рәхим итегеҙ!
Бында яҙыусылар берләшмәһе (төркөмө) тигән төшөнсә юҡ.
Бында яҙыу өсөн бер кемдән дә рөхсәт алыу кәрәкмәй.
Һәр кем, шул иҫәптән һеҙ ҙә, хәҙер үк был бүлектә ҡатнаша ала. Һеҙҙең яңы мәҡәлә булдырырға йәки теләгән бер мәҡәләне үҙгәртергә һәм тулыландырырға хоҡуғығыҙ бар.


Wikipedia'ла ниҙәр эшләп була?

үҙгәртергә

Бында;

  • Мәҡәләләрҙе ҡарап сыға һәм ҡыҙыҡһынған темағыҙ буйынса мәҡәлә эҙләй алаһығыҙ.
  • Яңы мәҡәлә яҙа алаһығыҙ.
  • Булған мәҡәләләрҙе төҙәтә һәм тулыландыра алаһығыҙ.
  • Биттәрҙең күренешен яҡшырта алаһығыҙ.
  • Wikipedia'ның төҙөлөшөн яҡшырта алаһығыҙ.(Категориялар, ҡағиҙәләр, белешмә һәм ярҙам биттәре ...)
  • Башҡорт телендәге Wikipedia Ҡоролтайында фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлаша, һорауҙар бирә, бирелгән һорауҙарға яуап яҙа, тәҡдимдәр һәм тәнҡиттәр ҡалдыра алаһығыҙ.

Быларҙың бөтәһен дә бер ваҡытта эшләй алаһығыҙ. Тәү башта быға ышаныу ҡыйын, ләкин хәҙер үк һынау урынында бер ниҙәр яҙып ҡарағыҙ һәм ни тиклем еңел булғанын күрәсәкһегеҙ.

 
Бер мәҡәләне үҙгәртеү бик еңел

.

Ҡағиҙәләр

үҙгәртергә

Wikipedia’ла иҫтә тотолорға тейешле бер нисә ҡағиҙә бар. Уларҙы ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр битендә ҡарай алаһығыҙ. Әммә иң төп принциптарҙы һанап китһәк:

  • Тарафһыҙ ҡараш: Бер мәҡәлә, бер яҡлы ғына булырға тейеш түгел. Бер хәл йәки ваҡиға төрлө ҡараш менән аңлатылырға, темаға ҡағылышлы һәр фекер белдерелеп үтелергә тейеш.
  • Авторлыҡ хоҡуғы: Wikipedia, GNU Free Documentation License эйә. Был рөхсәтнәмә буйынса, һәр кем Wikipedia’нан билдәле шарттарҙы үтәп ирекле рәүештә файҙалана ала. Был сәбәптән, Wikipedia'ға ҡуйыласаҡ мәҡәләләр был турала алынған урынына белдерелеп алынырға тейеш йәки йәмғиәт милке һаналған сығанаҡтарҙы ҡулланыр кәрәк. Бының менән бергә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, уларҙы туплап һәм эшкәртеп бында яҙыу авторлыҡ хоҡуғы проблемаһын килтермәйәсәк.
  • Ихтирамлы булыу: Wikipedia’ла бөтәбеҙ ҙә бергәбеҙ. Әгәр бер аңлашмаусанлыҡ сыҡһа, тыныс ҡына һәм мәҙәни рәүештә бәхәсләшегеҙ. Бик булмаһа бәхәсләшеүҙе 1-2 көн туҡтатып тороп, тыныс һәм айыҡ аҡыл менән уйлап алыу кәрәк.
  • Грамматика: Wikipedia’ның бөтә башҡа өлгөләре (Wikipedia: The Free Encyclopedia) лә донъяның иң дөрөҫ грамматика ҡағиҙәләре менән яҙылған интернет һүҙлектәренән береһе. Башҡортса Wikipedia’ны был стандарттарҙың өҫтөндә тотоу өсөн тырышыуыбыҙ кәрәк. Был эш менән башҡорт телене бик яҡшы белмәгән, ләкин өйрәнергә теләгән ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам да итәсәкбеҙ.

Тартынмағыҙ

үҙгәртергә

Әгәр көрсөккә килеп терәлһәгеҙ, аптырап ҡалмағыҙ. Белешмә биттәренә күҙ атығыҙ. Әгәр мәсәләгеҙҙе хәл итә алмаһағыҙ башҡа ҡатнашыусыларҙан ярҙам һорағыҙ. Улар ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итәсәктәр. Битте боҙоп ҡуйырмын йәки хата эшләрмен тип ҡурҡмағыҙ Ҡыйыу булығыҙ. Бөтәбеҙҙә бында тәү башта ят кеше, бер ниҙә белмәй инек. Борсолмағыҙ, хата эшләгән булһағыҙ, төҙәтеүсе кеше мотлаҡ буласаҡ. Үҙгәрештәр керетеүҙән тартынмағыҙ.

Тулыраҡ мәғлүмәттәр өсөн

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡорт бүлегендә Arial Unicode MS шрифты ҡулланыла. Башҡортса яҙыу өсөн ЮНИКОД клавиатураһы ҡатламын бынан күсереп алығыҙ. Компьютерығыҙҙа Windows XP/2000/NT операцион системаһы булырға тейеш.
  • Һеҙ Wikipedia'ла теркәлмәйенсә лә мәҡәләләрҙе үҙгәртә алаһығыҙ. Ләкин өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә булыу өсөн һәм башҡа ҡатнашыусылар менән бәйләнеш тотоу өсөн теркәлеү хәйерле.

Йомғаҡ

үҙгәртергә

Һеҙ ҙә был эште өйрәнеп, белемегеҙҙе һынау урынында тикшереп, был эштә ҡатнаша алаһығыҙ.

Шулай итеп һеҙҙе Wikipedia'ның башҡорт теле бүлегенең әүҙем ҡатнашыусыһы итеп күрербеҙ тип өмөтләнәбеҙ. Masum Ibn Musa (әңгәмә) 15:27, 24 декабрь 2019 (UTC)Яуап бирергә