Help-browser.svg Тиҙ башланғыс өсөн ҡулланма
Flag of Bashkortostan.svg
Фәнирә Нәбиуллина 2021, Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
Crystal Clear app ktip.svg Тәүге аҙымдар Википедия ҡатнашыусылары исеменән һеҙҙе башҡорт телендәге бүлектә сәләмләйбеҙ. Был проектта ҡатнашыуҙан кинәнес алырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Википедияла ҡатнашыуҙың төп принциптарына иғтибар итегеҙ: ҡыйыу булығыҙ һәм изге ниәттән тип уйлағыҙ.

Имза ҡуйыр өсөн баҫығыҙ
Википедиялағы мәҡәләләргә имза ҡуйыу кәрәкмәй (авторҙар исемлеге автоматик рәүештә яһала һәм мәҡәләнең төҙәтеү тарихында күрһәтелә), ләкин ҡоролтайҙағы әңгәмәлә йәки айырым биттәр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡығыҙ килһә, зинһар, дүрт тильда (~~~~) билдәһен ҡулланып йәки ҡоралдар панелендәге кәрәкле төймәгә баҫып имза ҡуйығыҙ. Псевдонимды яҙыу кәрәкмәй.

Ҡатнашыусы битегеҙгә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡуя алаһығыҙ. Мәҫәлән, ниндәй телдәр белеүегеҙ йәки ҡыҙыҡһынған темаларығыҙ тураһында иғлан итергә тәҡдим итәбеҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа, белешмә битен ҡарағыҙ. Унда үҙ һорауығыҙға яуап тапмаһағыҙ, ҡоролтайға яҙығыҙ йәки үҙ фекер алышыу битегеҙҙе мөхәррирләгеҙ: {{helpme}} менән бергә һорауығыҙҙы яҙығыҙ — һеҙгә ярҙам итәсәктәр.

Әгәр мәҡәләне бер төҙәтеү менән генә тамамлай алмаһағыҙ һәм уны киләсәктә дауам итергә уйлаһағыҙ, был турала башҡа ҡатнашыусыларға белдереү өсөн мәҡәлә башына {{subst:L}} ҡуйығыҙ.

Әгәр башҡорт теленә тәржемә ителмәгән мәҡәлә күрһәгеҙ һәм ул сит телде беләһегеҙ икән, мәҡәләне (өлөшләтә булһа ла) тәржемә итеүҙән тартынмағыҙ.

Һәм тағы бер тапҡыр: Рәхим итегеҙ!

Hello and welcome to the Bashkir Wikipedia! We appreciate your contributions. If your Bashkir skills are not good enough, that’s no problem. We have an embassy where you can inquire for further information in your native language. We hope you enjoy your time here!
Crystal128-kanagram.svg Мәҡәлә исемдәре
View-refresh.svg Мәҡәлә мөхәррирләү
Accessories-text-editor.svg Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр
Crystal Clear app lphoto.png Һүрәттәр өҫтәү
Green copyright.svg Авторлыҡ хоҡуҡтары
Nuvola apps bookcase.svg Глоссарий


  • Фәнирә туған! Ауылығыҙҙың «Билдәле шәхестәре»н әҙерәк төҙәтеп, нисегерәк яҙырға кәрәклеген үрнәк итеп күрһәтергә тырыштым. Кәрәкмәгән нәмәләрҙе яҙып, ваҡытығыҙҙы әрәм итәгеҙ бит. --Айсар (әңгәмә) 18:29, 21 май 2021 (UTC)[]
    • Фәнирә туған! Һеҙҙең белем йүнәлешен белмәйем, шулай ҙа бер кәңәш: Википедия инша яҙа торған дәфтәр бите түгел, унда шәхесте маҡтау һәм данлау бөтөнләй кәрәкмәй, электрон энциклопедияға яҙылырға хоҡуҡ алғас, уның кем икәне былай ҙа билдәле. Һеҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡала килгән иң мөһим нәмә: ул — стиль. Википедияға күп һәм шапартып яҙыу талап ителмәй, ә ҡоро факттар ғына кәрәк. Тағы ла: иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине: миҙалдар менән бүләкләнеүҙе преамбулаға ҡуйыу кәрәкмәй тип яҙғайным инде. Башҡаларҙың һеҙ яҙған мәҡәләне төҙәтеп, тәртипкә килтереп ултырырға ваҡыты юҡ бит, икенсенән, википедия - бары һеҙҙең биләмә генә түгел бит, тәү сиратта уны нисек уҡыясаҡтарын һәм ҡабул итәсәктәрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Башҡа мәҡәләләрҙе лә инеп ҡараһағыҙ ине, күләм йыйыу ҙа википедияла мотлаҡ түгел. Кире нәмәләрҙән түгел, ыңғайҙарынан өлгө алығыҙ әле. Уңыштар!--Айсар (әңгәмә) 14:37, 1 июнь 2021 (UTC)[]