Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 3 йыл, 5 ай, 21 көн.
  • Хәҙисәәбей - минең инәйем (әсәйем). Ул Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуып үҫкән. Заманына күрә уҡымышлыларҙан һаналған, сөнки күрше Әлшәй районына йөрөп булһа ла 7 класс тамамлаған. Артабан уҡырға теләге көслө булған да әсәһе рөхсәт итмәгән. Яҙыусы Рәис Низамовтар менән бергә уҡыған, дуҫтар булғандар. Рәис Низамов Өфөгә уҡырға бергә алып китергә лә килеп йөрөгән. Күрше ауылда уҡыу дәүерендә инәйем бик күп ваҡиғаларға ла тарый. Өйрәнгәс барыһын да яҙырмын тип уйлайым. Атаһы мәзин булған, сит телдәр белгән, музыка ҡоралдарында уйнаған. Бик уҡымышлы кеше булараҡ ауылдаштарға хаттар яҙыуҙа ла ярҙам иткән. 25 йыл һалдат хеҙмәтендә йөрөгән, "капельмейстр" булған тип һөйләйҙәр ине. Кешеләрҙе доға менән дауалаған, өшкөртөргә кешеләр йыраҡтарҙан килеп ҡунып ятҡандар. Инәйем бик күп әкиәт, хикәйәттәр белә ине, шуларҙы оҫта итеп һөйләй башлаһа, күрше-тирә балалар йыйылып тыңлай ине. Бик моңло тауышлы йырсы, йор һүҙле, сабыр аҡыллы ҡатын ине. 44 кенә йәшендә тол ҡалып, беҙҙе үҫтереп, уҡытып кеше итте. Үҙенән алда ике балаһын юғалтыу аяҡтан йыҡты уны, гел йырлап ултырҙы. "Һандуғас", "Таштуғай" йырҙарын яратып башҡара ине...... Фольклор йыйыусылар унан бик күп мәғлүмәт яҙып алдылар. Ниғмәт Шоңҡаров та, инәйемдең яҡын туғаны, яҙып алған унан әкиәттәр, хикәйәттәр...