Фәрхизә Самара
4 октябрь 2016 ҡушылды
Мин Фәрхизә Юнусова (Яппарова) 1948 йылдың ғинуар айында Һамар өлкәһе Алексеевка (хәҙерге Оло Глушица) районы Ташбулат ауылында тыуҙым. Ауылда 8 класты бөтөп, Салауат педучилищеһына уҡырға индем. Уны бөткәс, уҡытыусы булып ауылда эшләп алдым. Кейәүгә сыҡҡас, Ҡаҙағстанға сығып киттек. Ҡаҙағстанда йәшәгәндә тормош иптәшем менән Салауат исемендәге Башҡорт үҙәген ойошторҙоҡ. Милләт-ара низағтар башҡорттарға ҡағылмаһын өсөн күп көс һалдым. Мин төҙөгән Башҡорт үҙәге әле лә эшләп килә, 2015 йылда 25 йыллыҡ юбилейын үткәрҙеләр. 1994 йылда тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттыҡ. Әлеге көндә Өфөлә йәшәп ятам. Ике әкиәт китабының авторымын: "Өләсәйем әкиәттәре", "Мәңгелек әкиәттәр". Шул китаптарым өсөн "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән миҙал менән бүләкләндем.