Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит2/Яҡшы мәҡәлә
Йөҙөм (лат. Vítis) — үҫемлектәр ырыуы, йөҙөмдәр ғаиләһе, емеше бешеп еткән мәлендә — шәрбәт тәмле еләк.
Йөҙөмдөң үренделәре үрмә суҡ (лоза), йәки ябай ғына әйткәндә, йөҙөм суғы тип атала.
Йөҙөм орлоғо тәүге йылы шытып сыҡҡас бик оҙон булып үҫмәй. Япраҡ һабағы төбөндәге бөрөнән киләһе йылына оҙон, яҡшы үҫешкән үренделәр сыға, ә артабан үренденең һәр бөрөһөнән нәҙеге үҫә. Улар көҙгә иң түбәнге бөрөгә тиклем һулый, ҡыҫҡа үренделәр генә тороп ҡала.
Ҡыҫҡа үренденең берҙән-бер шул бөрөһөнән артабанғы вегетация осоронда көслө һабаҡ китә, уныһы ла үҙ сиратында ҡыҫҡа үрендегә әүерелә.Оҙон үренделәрендә сәскәләр барлыҡҡа килеп, емеш бирә, ә ҡыҫҡалары ҡыҫыр ҡала. Баҡсала үҫтергәндә ваҡытында ҡырҡып барыу арҡаһында үҫемлек йыл да сәскә ата һәм емеш бирә.