Мәҙинә
Атайыма
"Атайыңа оҡшағанһың", тиеп
Әйтә уны белгән кешеләр.
Оло баһа итеп ҡабул итәм -
Ерҙең йәме атам ишеләр.
Дан-шөһрәткә һис тә ҡыҙманы ул,
Ябайлыҡта ине асылы.
Атайымда күрҙем - ниндәй була
Ысын ир-егеттең аҫылы.
Өлгө булдың, атай, бик күптәргә,
Тормош юлың китап яҙырлыҡ.
Бушҡа йәшәмәнең - кешеләр бар
Һине һағынып иҫкә алырлыҡ.
Туған тел.
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел — тере шишмә — үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телемдә.
Минең телем — тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй!
Телен асҡанда, һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..
Баязит Бикбай.