Ҡарғын «Идеалъ» кинематографы

Ҡарғын «Идеалъ» кинематографы — кинотеатр, 1911 йылда Үрге Дон территорияһында төҙөлгән беренсе кинотеатрҙарҙың береһе . «Телһеҙ кино» дәүеренә ҡараған кинематорграф объекттарына ҡарай. Бында 1920-930-сы йылдарҙа яҙыусы, киносценарист Шолохов Михаил Александрович ҡатнашлығында кинолар күрһәтелгн. Бина М. А. Шолохов дәүләт музей-ҡурсаулығы составына инә, ул Ростов өлкәһе Боков районы Ҡарғын станицаһы территорияһында төҙөлгән[1][2]. Ҡарғын кинематографы Дон Ғәскәре өлкәһендә төҙөлгән икенсе кинотеатр була. Тәүге кинотеатр Дондағы Ростовта шул уҡ исемдә булған[3].

Иҫтәлекле урын
Ҡарғын «Идеалъ» кинематографы
Ил Рәсәй
Урыны Ҡарғын станицаһы Боков районы Ростов өлкәһе
Төҙөүсе Казак уряднигы Тимофей Иванович Каргин
Беренсе тапҡыр XX быуат башы
Нигеҙләнгән 1911 йыл
Статус тарих һәйкәле
Бөгөнгө хәле яраҡһыҙ[1]

Казак уряднигы Тимофей Иванович Каргин 1911 йылда Ҡарғын станица биләмәһендә "Идеалъ"кинематографын төҙөгән. Кинотеатр янында яҡтылыҡ рекламаһы эшләгән. Күрше утар, станицаларҙан кешеләр бында фильм ҡарарға килгән. 1911—1916 йылдарҙа кинематограф ҡул көсө менән «тере һүрәт» күрһәтеүсе кинопроектор ярҙамында эшләй. Һуңғараҡ «телһеҙ кино» осоро була, ул саҡтарҙа тауышһыҙ фильм күрһәтелә. Кинематограф башланғанда француз фирмаһы проекторы «ПАТЕ»ҡулланыла, май шәм яҡтылыҡ сығанағы булып хеҙмәт итә. Ваҡыт үтеү менән электропривод менән эшләгән икенсе быуын кинопроекторы ҡулланыла башлай . Был 1917 йылда Ҡарғын тирмән комплексы ҡоролмаһына электр энергияһы эшләп сығарыусы динамо-машина ҡуйыу арҡаһында мөмкин була. Динамо-машина эске яныулы двигатель ярҙамында нефть яғыулығы менән эшләй. Электр энергияһын бындай етештереү ул заманда бик һирәк ҡулланылған һәм тамашасы иғтибарын кинотеатрға йөрөргә йәлеп иткән.

Билет хаҡы урынына ҡарап үҙгәреп торған: 10 тинлек урындар, шулай уҡ 50 тинлек урындар ҙа булған. Алдағы рәттәрҙәге урындар арзан торған, тамашасылар унда вена ултырғыстарында ултырып кино ҡараған, ә хәлле һәм почетлы ҡунаҡтар өсөн ложа булған. Ағас эскәмйәләрҙәге урын 5 тин торған, улар экранға бик яҡын торған. Ҡарғын тирмәненә ашлыҡ тартырға килеүселәр өсөн кино бушлай күрһәтелгән. Кино залының һыйҙырышлығы 100 кеше булған.

19201930 йылдарҙа кинотеатр бинаһы станица клубы булып тора, ул пьесалар һәм водевиль ҡуйыу урыны булып хеҙмәт иткән. Михаил Шолохов ошо тамашаларҙа ҡатнашҡан. Кинотеатрҙа уның беренсе пьесалары күрһәтелә. XХI быуатта кинематографтың конструкцияларын нығытыу буйынса эштәр башҡарыла. 2016 йылда уны реставрациялау өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. Кинотеатр бинаһы тарих һәм мәҙәниәт мираҫ объектына ҡарай һәм «Т. А. Каргин ихатаһы» һәйкәлдәр комплексына ингән.

«Покровтағы Ҡарғын йәрминкәһе йәрминкәһе» байрамы ваҡытында, 2016 йылдың октябрендә, «Идеалъ» кинотеатры реставрациялауҙан һуң асылған. Был биналарҙы асыу тантанаһында А. М. Шолохов, Ю. А. Пятиков, А. А. Резванов һәм И. А. Орлова ҡатнашҡан. Күңелле йәрминкә байрамы ваҡытында кинотеатр бинаһында «Шолохов геройҙары экранда» күргәҙмәһе эшләй, ул Рәсәй киноһы йылына арнала. Бында килеүселәргә Шолохов әҫәрен экранлаштырыу тарихы тураһында һөйләүсе экспонаттар тәҡдим ителгән[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә