Ҡара ҡәлғә, йәки Сев-Берд (әрм. Սև բերդ) — Рәсәй империяһы ваҡытындағы ҡәлғә, Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан. XIX быуат уртаһында 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышынан һуң төҙөлгән. Әлеге ваҡытта Гюмри ҡалаһының төп архитектура һәм тарихи ҡиммәттәренең береһе булып тора.

Ҡара ҡәлғә
әрм. Սև բերդ
Нигеҙләү датаһы 1834
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Гюмри[d][1]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Sev Berd[d]
Карта
 Ҡара ҡәлғә Викимилектә

1813 йылдан Төркиә сигендә булған Гюмри, Гөлөстан тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң Рәсәй империяһына тапшырыла.

Төркиә менән яңы һуғыш ҡурҡынысы булыу сәбәпле рус властары тарафынан Александрополды (1837 йылдан алып 1924 йылға тиклем Гюмри шулай аталған) нығытыуға махсус иғтибар бүленә. Кавказда рус армияһының баш командующийы Иван Дибич былай тип яҙа: «төрөктәр менән һуғыш булыу мөмкинлеге арҡаһында ҡәлғә төҙөргә һәм уны мөһим хәрби аванпост кеүек нығытырға кәрәк»[2].

1834 йылда тау түбәһендә ҡәлғәгә нигеҙ һалына, ул ун йылдан артыҡ төҙөлә. Ул ҡара таштан (базальт) торған түңәрәк фортификация ҡоролмаһы була, исемен дә төҫөнә ҡарата алған.

Ҡырым һуғышында Рәсәй еңелгәндән һуң Ҡара ҡәлғә беренсе класлы ҡәлғә статусын ала. Үҙ тарихында бер тапҡыр ҙа ул ҡамауға эләкмәй, әммә 1878 йылға тиклем дауам иткән һуғышта төрөктәр өҫтөнән еңеүҙә мөһим роль уйнай. Рәсәй Карс һәм Батумила аванпостар алғандан һуң, 1887 йылда Сев.-Берд икенсе класлы ҡәлғә булып квалификациялана һәм артиллерия снарядтары склады ролен башҡара башлай[3].

1940 йылдан ҡәлғәнән алыҫ түгел ерҙә 102-се рәсәй хәрби базаһының гарнизоны урынлаша, ул бөгөнгө көнгә тиклем Әрмәнстан ҡораллы көстәренә хәрби ярҙам күрһәтә.

Хәҙерге статусы

үҙгәртергә

2005 йылда ҡоролманы Рәсәй яғы Әрмәнстан Оборона министрлығы ҡарамағына тапшыра, һуңынан бизнесмен Айк Айрапетян һатып ала. Уның вафатынан һуң, 2012 йылда ҡәлғәне Баласанян ғаиләһе һатып ала[3]. Әлеге ваҡытта хужаһы булып Мисак Баласанян тора, ул ҡәлғәне ҡаланың иҫтәлекле урынына әйләндерергә планлаштыра[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=8.1/2 — 2017.
  2. «Черная крепость» в Гюмри имеет жуткую историю (15 август 2016). Дата обращения: 4 ноябрь 2018.
  3. 3,0 3,1 Темная история "Черной крепости" (13 август 2016). Дата обращения: 4 ноябрь 2018.
  4. «Սեւ բերդի» համար սպասում են կառավարության որոշմանը (13 июнь 2014). Дата обращения: 4 ноябрь 2018.