1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте

(Ҡара шишәмбе битенән йүнәлтелде)

1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте — Америка Ҡушма Штаттарының фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүе.

1929 йылдың 29 октябренән һуң Уолл-Стрит урамында биржа алдында халыҡ йыйылыуы

Һәләкәткә тиклемге ун йыл эсендә акцияларға хаҡтар бер туҡтауһыҙ үҫә. Миллионлаған кеше аҡсаларын акцияларға әйләндерә. Акция алырға теләүселәрҙең һаны артыуы уларҙың хаҡын ҡабарта, был тағы акцияларҙа байырға теләгән келәр һанын күбәйтә. Күптәр биржала уйнау өсөн аҡсаны банктарҙан бурысҡа ала.

1929 йылдың Ҡара кесаҙна тип аталған 24 октябренән алда уҡ биржала хаҡтар тотороҡһоҙ була. Хаҡтар төшөүе һәм ҙур күләмдә һатыуҙар ҡыҫка арауыҡтағы хаҡтар күтәрелеү менән алмашынып килә. Был ваҡытҡа Доу-Джонс сәнәғәт индексы 381,17 кимәлендә була. Хаҡтарҙың түбән төшөүе 24 октябрҙә тиҙләнә. Был көндә барыһы 12,9 миллион акция һатыла.

Ял көндәрендә был ваҡиға тураһында хәбәр гәзит-журналдар аша бөтә Ҡушма Штаттар буйлап тарала. Ҡара дүшәмбе тип аталған көндә, 28 октябрҙә тағы ла күберәк кеше акцияларҙан ҡотолорға тырыша, Доу-Джонс индексы 13 процентын юғалта. 29 октябрҙә — Ҡара шишәмбе көнөндә — 16 миллион акция һатыла, Доу-Джонс индексы тағы 12 процентҡа төшә. Фонд биржаһы был көндә йәмғеһе 14 миллиард доллар аҡсаһын юғалта. Аҙна эсендә иһә 30 миллиард доллар юғала — был АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышы ваҡытында сарыф иткән аҡсанан да күберәк тәшкил итә.

Акцияға һалынған аҡсаларын ҡайтара алмай, күп банктар юҡҡа сыға, ойошмалар ябыла, эшһеҙҙәр һаны ҡырҡа арта. 1929 йылғы һәләкәт иҡтисади хәлде ҡаҡшата һәм Бөйөк депрессияға башланғыс бирә.

13 ноябрь көнө Доу-Джонс индексы 198,60 кимәлендә була. Ошо көндән биржа бер нисә ай дауамында яйлана һәм 1930 йылдың 17 апреленә тиклем 294,07 кимәленә менә. Әммә биржалағы хаҡтар кәмеүе 1930 йылдың апрелендә дауам итә һәм 1932 йылға тиклем, Доу-Джонс индексы 41,22 һанына төшкәнсе дауам итә, был һан иң юғары нөктәнән 89 процентҡа ҡайтыш була.