Ҡарағанды зоопаркы

Ҡаҙағстандағы зоопаркы

Ҡарағанды зоопаркы (ҡаҙ. Қарағанды хайуанаттар бағы) — Ҡаҙағстан зоопарктарының иң боронғоларының береһе. 1938 йылда нигеҙләнгән. 43,5 гектар территорияны биләй, шуның 8 гектары ғына үҙләштерелгән[1].

Ҡарағанды зоопаркы
ҡаҙ. Қарағанды хайуанаттар бағы
Координаталар

49°47′12″ с. ш. 73°03′37″ в. д.HGЯO

 Ҡарағанды зоопаркы Викимилектә

Ҡарағанды зоопаркының иң билдәле төйәкләнеүселәре араһында Диаскин ҡушаматлы, тауыш мимикрияһына һәләтле һинд филе булған.[2][3].

Совет осоро

үҙгәртергә

1987 йыл башына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, зоопаркта 159 төр 700-ҙән ашыу хайуан була (69 төр имеҙеүсе, 25 төр ҡош, 14 төр һөйрәлеүсе, 3 төр амфибия, 25 төр балыҡ). Зоопаркта тотолған 15 төр Халыҡ — ара Ҡыҙыл китапҡа, 14 төр СССР — ҙың Ҡыҙыл китабына, 8 төр Ҡаҙаҡ ССР — Ҡыҙыл китабына индерелгән. 1980-се йылдар аҙағында зоопаркта 26 төр, шул иҫәптән пантера һәм ягуар үрсегән.

1980-се йылдар аҙағында Ҡарағанды зоопаркы Ҡарағанды дәүләт университеты, Ҡарағанды медицина институты, Ҡарағанды өлкә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ҡарағанды тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте, ҡала мәктәптәре һәм башҡа ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итә. Йыл һайын зоопаркка 800 меңгә яҡын кеше килгән.

Беҙҙең көндәрҙә

үҙгәртергә

2012 йылда Ҡарағанды зоопаркына урындағы әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт зонаһы статусы бирелә. 2013 йылда зоопаркта 2700 дананан ашыу хайуан аҫырала, ә 2015 йылға уларҙың һаны 1600-гә тиклем кәмей. 2013 йылда 328 дана имеҙеүсе булған, ә 2015 йылда 287 генә ҡалған; зоопарктағы 4 төр юҡҡа сыҡҡан. 2014 йылда 1249 төр ҡоштан 2015 йылға 246 ғына ҡалған; 2 төр юҡҡа сыҡҡан. Һөйрәлеүселәр һәм балыҡтар һаны ла кәмей[4].

Шул уҡ осорҙа зоопаркка килеүселәрҙең кәмеүе күҙәтелә: 2013 йылда 175 мең кеше, 2014 йылда 113 мең кеше һәм 2015 йылда 85 900 кеше. Әммә был ваҡыт эсендә күргәҙмәләр һаны 25-тән 60-ҡа тиклем арта.

2015 йылда ҡала бюджетынан зоопаркты тотоуға 102,5 миллион тәнкә бүленгән. Шул уҡ йылда 1968 йылда төҙөлгән зоопарктың төп бинаһы авария хәлендә тип таныла, һәм 2016 йылда ул һүтелә[5]. Яңы бина төҙөү планлаштырыла[6].

2018 йылда яңы бина төҙөүгә ҡала властары 1,2 миллиард тәңкә аҡса бүлгән. 2019 йылда зоопарктың директоры алмашына, алдағыһы парктар менән идара итеүгә тәғәйенләнә. 2020 йылдың ғинуарында ҡала хакимиәте ярҙамында зоопарктың бағымсылыҡ советы булдырыла. Йәмәғәтселәр яңы бинаны төҙөүҙә етди проблемалар күрә: уның тәҙрәләре булмай, ә эш планы эскизға тап килмәй. 2020 йылдың авгусында яңы бина төҙөлөшө туҡтатыла. [7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 2: Природа. Естественные ресурсы. Население. Экономика. Народное благосостояние. — С. 208. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-002-X.
  2. Batyr at Karaganda Zoo. elephant.se. Elephant Encyclopedia. Дата обращения: 2 декабрь 2012. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2015 года.
  3. Kazakhstan zoo monkeys given wine 'to ward off flu'. bbc.co.uk. BBC. Дата обращения: 2 декабрь 2012. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  4. Елена Ульянкина. В зоопарке Караганды стало меньше животных. газета «Новый вестник» (29 июнь 2016). Дата обращения: 25 май 2017. Архивировано 19 июнь 2017 года.
  5. Валентина Елизарова. В зоопарке Караганды основное здание идет под снос из-за аварийности. inform.kz (30 октябрь 2015). Дата обращения: 25 май 2017.
  6. Валентина Елизарова. Закрыть зоопарк предложили в Караганде. inform.kz (16 декабрь 2016). Дата обращения: 25 май 2017. Архивировано 16 декабрь 2016 года.
  7. Максим Елизаров. В Караганде остановили строительство здания зоопарка за Т1,2 млрд, в плане нашли окон. МИА "КазТАГ". kaztag.kz (5 август 2020). Дата обращения: 6 август 2020. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.